Башҡортостанда импортты үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙар менән алмаштырыу эше закондарҙы камиллаштырыуҙан башлана. Был һорау алдағы парламент тыңлауҙарына сығарыла. Ошо турала бөгөн Рәсәй Башҡортостан радиоһындағы тура эфирҙа барған һөйләшеүҙә Дәүләт йыйылышы Ҡоротай депутаты Рәшит Хәйруллин белдерҙе. Сит ил тауарҙарын үҙебеҙҙә етештерелгән менән алмаштырыу үҙмаҡсат түгел, әммә сәнәғәт, ауыл хужалығы, фармацевтика кеүек өлкәләрҙә үҙебеҙҙең позицияларғы нығытырға кәрәк, тине депутат.
Импортты алмаштырыу ҡанундарҙан башлана
Тулыраҡ: Импортты алмаштырыу ҡанундарҙан башлана