Лайыҡлы хеҙмәткә-лайыҡлы баһа

Тулыраҡ: Лайыҡлы хеҙмәткә-лайыҡлы баһа

Республикала һуңғы һигеҙ айҙа иҡтисадтың бер ни тиклем үҫеше күҙәтелә. Төп дәлилдәр – һалым йыйыу кимәле арта, бюджет тулыландырыуҙа ҡатмарлыҡтар юҡ. Ошо турала бөгөн Башҡортсотан етәксеһе Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү барышында белдерҙе.Юғары наградалар нигеҙе – тырыш хеҙмәттә. Бөгөнгө осрашыуға саҡырылғандарҙың барыһы ла тап фиҙәҡәр эше менән генә дәүләт кимәлендәге маҡтауға лайыҡ булыусылар. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, алдынғылар башҡаларға өлгө булырға тейеш. Иҡтисад, тау сәнәғәте, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, элемтә тармаҡтарында кәм тигәндә лә утыҙар йыл эшләүселәр. Юғары бүләктәргә эйә булыусылар һөнәрҙәре төрлө булһа ла, уларҙың маҡсаттары бер. Башҡортостан именлеге, уның тотороҡлоғон тәьмин итеү менән бер рәттән йәштәргә өлгө булыу. Тантана республика иҡтисады, уның көндәлек йәшәйешен асыҡ сағылдырған миҫалға әйләнде. Сөнки, хеҙмәт алдынғыларын саҡырыу, уларҙың оҙаҡ йылдар алып барылған ябай хеҙмәте төрлө өлкәләрҙең киләсәгенең барлығы тураһында һөйләй. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов та Башҡортостандың социаль-иҡтисади, ижтимағи хәленең тотороҡло буласағы тураһында ышаныс белдерә. Бының өсөн мөмкинлектәр, шарттар, ә иң мөһиме – хеҙмәт кешеһенең үҙ һөнәренә тоғро ҡалыуында. Бөгөнгө тантанаға рсепублика район ҡаалрына 60 кеше саҡырылғайны. Уларҙың барыһы ла үҙ эше менн республика тотроҡлоғон тәьмин итеү