Салауат Юлаев хоккей клубында яңы баш тренер

Тулыраҡ: Салауат Юлаев хоккей клубында яңы баш тренер

Дөрөҫөрәге баш тренер вазифаһын башҡарыусы. Ул Игорь Захаркин. Быға тиклем ошо вазифаны биләүсе Анатолий Емелин өлкән тренер булып эшләйәсәк. Клубта баш тренерҙы алмаштырыу күптән көтөлә ине. Әммә етәкселек бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булмаясаҡ тип көйәрмәндәрҙе тынысландырып килде. Хатта генераль менеджер Леонид Вайсфельд Емелин вазифаһынан бушатылмаясаҡ тип белдергәйне. Клубта хәлдәр шәптән түгел икәне күптән билдәле ине. Быны Бизнес-Онлайн порталы ла раҫланы. Хоккейсылар анонимлыҡ һаҡлап командала берҙәмлек юҡ РПәсәй уйынсылары айырым легионерҙар айырым тип белдергән. Уйынсыларҙың Леонид Вайсфельдҡа ла дәғүәләре бар.