Өфөнән 8 мең саҡрымда ятҡан объектта эшләүсе “Өфөнефтемаш” хеҙмәткәрҙәре айҙар дауамында аҡса алмауҙары, ризаһыҙлыҡ белдергән өсөн хатта ашатмауҙары тураһында видеоға яҙҙырып интернет селтәренә һалғайны. Әгәр был хаҡта улар киң йәмәғәтселеккә хәбәр итмәһә? Улар ҙа оҙон аҡса артынан ғаиләһен, туғандарын ҡалдырып алыҫ юлға сыҡҡан меңәрләгән замандаштарыбыҙ кеүек алданып үҙ проблемаһы менән үҙҙәре генә тороп ҡалыр ине.
Бер тин аҡсаһыҙ ҡалған эшселәр үҙҙәренең зарын һөйләп сараһыҙлыҡтан интернетҡа һала. “Өфөнефтемаш” компанияһы аша эшкә киткән вахтасылар айҙар дауамында хеҙмәт хаҡы алмауҙары, кире ҡайтырлы аҡсалары булмауы, хатта эш бьреүсе ашатыуҙан баш тартыуы хаҡында хәбәр итә.
Мул вәғәҙәләргә ышанып өйҙән 8 мең км-ҙа ятҡан ҡалаға сығып китә улар. Әммә 3-сө ай эш хаҡы түләнмәй, көн дә вәғәҙәләр генә ишетә улар. Ирекһеҙҙән Башҡортостан вахтасылары видеомөрәжәғәт яҙҙяра. Ул йәшен тиҙлеге менән бөтә социаль селтәрҙәрҙе ялмап алды.
Вәғәҙәләрҙе көтөп көс-хәл ҡалмағас, вахтасылар забастовка иғлан итә, ә эш биреүсе үҙ сиратында уларҙы ашһыҙ ҡалдыра.
Был кешеләрҙең барыһы ла “Өфөнефтнемаш” компанияһы хеҙмәткәрҙәре, 2018 йылдан алып Владивостокта судно төҙөү предприятиеһы өсөн цехтар төҙөлөшөндә ҡатнаша улар. 600 хеҙмәткәрҙең 80 проценты Башҡортостандан. Ойшма етәксеһе Руслан Ғәлиуллин финанс ҡатмарлыҡтар ваҡыты менән килеп сығып тора, ти.
Ә вахта менән Алыҫ көнсығышҡа эшкә киткән хеҙмәткәрҙәрен етәкселек ялҡаулыҡта ғәйепләй. Үҙ сиратында эшселәрҙең хоҡуҡтары бөтөнләй боҙолмай тип аҡлана. Хеҙмәт шарттары үтәлә, ә эш хаҡын ваҡытында алмауҙарында улар йәнәһе лә үҙҙәре ғәйепле икән.
Был хәлде Республика Башлығы ла иғтибарҙан ҡалдырманы һәм үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә бындай ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйған эш биреүсе законға ярашлы язаһын аласаҡ, тип яҙып сыҡҡайны. Тәфтишселәр һәм Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшереү эшен алып бара. Был аҙнала Башҡортостан вахтасыларының бер өлөшө тыуған яҡтарына ҡайтты.
Билдәле булыуынса, компания 120-нән ашыу эшсегә аҡса тейеш. Бурыс иҫәбе 2 млн-дан ашыу. Владивастокта ҡалған эшселәр әле лә көсөргәнешле хәлдә, видеола дөрөҫөн һөйләгәндәре өсөн улар эш хаҡын түләмәҫтәр тип борсола.