Революцияға тиклем Георгий кавалерҙары байрамы булараҡ билдәле дата яңы тарихта яңыса атама алһа ла эстәлеге үҙгәрешһеҙ – ысын батырҙарға дан һәм хөрмәт өлгөһө. Советтар Союзы геройы исемен йөрөткән ҡаһармандар һаны буйынса беренселәр рәтендә торған Башҡортостанда тантаналы сараларҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров та ҡатнашты.
Батырҙарҙың ҡаһарманлығы байрам көндәрендә генә түгел, мәңге хәтерҙә. Башҡаланың 39-сы гимназияһы уҡыусылары был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай. Тарих дәрестәре, мәктәп музейы һәм данлыҡлы яҡташтар менән осрашыуҙар аша.
Рәсәй геройҙары көнө уңайынан гимназия коллективы Пермь СОБР-ы командиры, полковник Сергей Яшкинды осрашыуға саҡырҙы. 2013 йылда ул ил президенты ҡулынан Рәсәй Федерацияһы геройы алтын йондоҙон алды. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн.
Йома көн башҡала мәктәптәренең күбеһендә ошондай батырлыҡ сәғәттәре ойошторолдо. Илһөйәрлек дәрестәре Ватанға тоғролоҡ тойғоһон тәрбиәләр өсөн мөһим. Батырҙар Волга буйы федераль округы кадеттарының Башҡортостан корпусы курсанттары менән дә осрашты, Өфө буйлап сәйәхәт ҡылды, башҡаланың иҫтәлекеле урындарында„“Рәсәй – минең тарихым” паркында булды.
Башҡортостан Рәсәй геройҙары көнө уңайынан тотош Волга буйы федераль округ күләмендәге тантаналарҙы ҡабул ите. Улар Өфөләге Еңеү паркында батырҙар аллеяһынан башланды.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскәләр һалды. Сарала ҡатнашыусылар яу яланынан ҡайтмаған Ватан һаҡсыларын бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Өфөләге байрам тантаналарына Волга буйы төбәктәрендә йәшәгән 18 Советтар Союзы, Рәсәй, Социалистик хеҙмәт геройҙары, геройҙарҙың ғаилә ағзалары, балалары, барыһы йөҙгә яҡын кеше саҡырылғайны. Владимир Косарев менән Сергей Пантелеев – Киров өлкәһенән. Башҡортостан тәбиғәте, Өфөнөң гүзәллегенә һоҡланыуын йәшермәйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында батырлыҡ күрһәткән өсөн Дан орденына лайыҡ атайҙары иҫтәлеген тоғро һаҡлайҙар.
Байрамдың тантаналы өлөшө “Торатау” Конгресс-Холында дауам итте. Бында Бөйөк Ватан һуғышы яу яландарында табылған әйберҙәр, эҙәрмән отрядтары асыҡлаған ҡиммәтле мәғлүмәттәр күргәҙмәгә ҡуйылған. Яңыраҡ эҙәрмәндәр Луганск өлкәһенән ҡайтҡан. Тап шул яҡтарҙа барған ҡыҙыу алыштарҙа генерал Шайморатов һәләк булған.
Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Волга буйы округы төбәктәренең “Ватан геройҙары портреттары” күргәҙмәһен дә ҡараны. Тантаналы концертта иһә Ватан именлеге хаҡына ғүмерен йәлләмәгән батырҙарҙың әсәләрен хөрмәтләү йолаһы атҡарылды. Һәм “Ватан геройҙары” округ йәмәғәт проекты конкурстарында еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Ватан һаҡсылары иҫтәлеген мәңгеләштереү эшмәкәрлеге буйынса Башҡортостан Республикаһы беренсе урынға сыҡты.
“Ватан геройҙары” проекты һәләк булған яугиҙәрҙең исемдәрен асыҡлау һәм мәңгеләштереү буйынса әүҙем эш алып барыуға йүнәлтелгән. Бөгөнгә хәбәрһеҙ юғалғандарҙың өс меңдән ашыуының исеме билдәле.
Игорь Комаров менән Радий Хәбиров Өфөлә Межгорьеның “Пауза” студияһында шөғөлләнгән уҡыусылар менән дә осрашты. Балалар “Театраль Волга буйы” проектында еңеүгә өлгәшкән.
“Театраль Волга буйы” бәйгеһе быйыл март айында старт алғайны. Рәсәйҙә театр йылы иғлан итеү уңайынан уға Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле башланғыс һалды. Игорь Комаров еңеүселәрҙе 16 декабрҙә Түбәнге Новгородта үтәсәк бүләкләү тантанаһына саҡырҙы.