Улар өсөн былай ҙа ауырлыҡтарҙан ҡоролған тормоштоң рәхәтен тойоп йәшәгеһе килә. Ә бының өсөн йәмғиәткә яраҡлашыу, аралашыу мөхите булдырыу зарур. Ҡайһы саҡ ябай кешеләрҙең ябай кешесә ҡарашына мохтаж улар.
Ниндәй ҙә булһа кейем-һалым теккәндә ҡыҙымдың теләген мотлаҡ үтәйем, ти Наталья Урванцева. Сираттағы күлдәк ябай түгел, ул сағыу төҫтә һәм үҙенсәлекле дизайнлы буласаҡ. Уртаһына тегеләсәк күҙ формаһы, керпектәр һәм күҙ йәштәре кешенең эске донъяһын аңлата,ти тегенселәр.
Александра даун сире менән донъяға килә. 21 йәшлек ҡыҙҙың буш ваҡыты бөтөнләй юҡ тиерлек. Театрҙа төрлө ролдәрҙе башҡара, үҙ ҡулдары менән һабын эшләй, ә әле иһә күлдәк эскиздары менән булыша. Ҡыҙ тәүҙә ҡағыҙға үҙе уйлап сығарған кейем һүрәтен төшөрә, һуңынан әҙер булған күлдәкте әсәһе менән бергә тормошҡа ашыра.
Александра ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҡынса һигеҙ күлдәк теккән. Конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулаусы ҡыҙ, төрлө дизайнерҙар менән аралашып, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Өфөлә лә мөмкинлеге сикләнеүселәр араһында мода буйынса форумдар йыл да уҙғарылып тора. Быйыл “Йәш дизайнерҙар өсөн халыҡ-ара форум”ы мода менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы йәнә бер урынға йыйҙы.
Форумда бөтәһе өс команда ҡатнашырға теләк белдергән. Һәр береһенең сығышын халыҡ алҡышлап ҡабул итте.
Мөмкинлеге сикләнеүселәргә иң мөһиме әхлаҡи яҡтан ярҙам итеү – “Йәш дизайнерҙар өсөн халыҡ-ара форум”ының төп маҡсаты.
Жюри ағзалары һәр бер команда эшен юғары баһаланы. Форумда ҡатнашыусылар матди ярҙам, төрлө төҫтәге туҡыма менән бүләкләнде.
Сараны ойоштороусылар һүҙҙәренсә, мода менән ҡыҙыҡһыныусылар аһын бихисап. Әммә уларҙың һәләттәрен үҫтерергә генә кәрәк. Шуға ла киләһе йылдарҙа ла бындай саралар уҙғарыласаҡ.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, планета халҡының 15 проценты, йәғни бер миллиард самаһы кешенең физик кәмселектәре бар. Уларҙың һәр береһе ниндәй ҙә булһа хыялдар менән янып йәшәй. Әммә маҡсаттарға ирешер өсөн күп эшләргә һәм эргә-тирәнән йылы һүҙ кәрәк.
Бәләкәй саҡта төшкән фотоһүрәттәргә күҙ һалғанда, Александр Захаровты башҡа балаларҙан бер ҙә айырылмай, тип уйларға мөмкин. Тәүҙә ул ғәҙәти сабыйҙар кеүек үҫешә, тик туғыҙынсы айҙа ата-әсәһе балаһының насар хәрәкәтләнеүен һиҙә. Кәрәкле анализдар тапшырғас, табиптар уға мускулдар атрофияһы сире диагнозын асыҡлай.
Был генетик сир һирәк осрай. Уны Рәсәйҙә дауалау мөмкин түгел, ә сифатлы препараттар тик сит илдәрҙә генә бар. Препараттың хаҡы яҡынса 32 миллион һум. Сир Александрҙың тәүҙә аяҡтарын, ә былтыр иһә ҡулдарын хәрәкәтһеҙләндергән.
Александр һөнәре буйынса маркетолог. Аяҡ-ҡулдарҙың ҡыбырлай алмауы егет өсөн буш ултырыуҙы аңлатмай. Әле иһә ул компьютерҙа мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус программалар эшләү менән мәшғүл. Компьютерҙағы курсорҙы егет күҙ ҡарашы менән идара итә.
Был программа ҡулдары хәрәкәтләнмәгән инвалидтар өсөн тәғәйенләнеп эшләнелә. Күҙҙәр ярҙамында компьютерҙа уйын уйнау ғына түгел, ә яҙышып та була, ти егет. Хыялдарын тормошҡа ашырырға уға яҡындары ярҙам итә. Күптән түгел, ул һөйгән йәрен дә осрата. Йәш рәссам Диана егеттең ныҡышмал, тырыш булыуы менән әйҙәне, ти.
Тыумыштан инвалид булыу-бәхетле йәшәргә кәртә булып торорға тейеш түгел, тип һанай Александр. Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү, киләсәктә өйләнеп, айырым фатир алыу-йәштәрҙең ҙур хыялы. Уның тормошҡа ашыуына Александр бөтә күңеле менән ышана.