Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа сүп-сар реформаһын бойомға ашырыуға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушты. Ошо йәһәттән хәҙер аҙна һайын иртәнге һигеҙҙә Хөкүмәттә махсус кәңәшмә үтәсәк. Был хаҡта Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостан юлдарында был дүшәмбенән үҙгәрештәр индерелде. Төп яңылыҡ – трассаларға өҫтәмә камералар ҡуйылды. Был ҡоролмалар ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарын теркәп, уларҙы махсус федераль базаға индерәсәк. Был турала республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә әйтелде. Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостандағы аварияларҙа һәләк булыусылар һаны кәмемәй. Тап ошо арҡала уҙған ете көндә ете кешенең ғүмере өҙөлгән. Республика урамдары, ауыл араларындағы юлдар һәр саҡта иғтибар үҙәгендә. Был хаҡта “Инцидент- менеджмент” системаһына килгән мөрәжәғәттәр ҙә һөйләй. Йыл башынан ошо турала ғына 8 меңдән ашыу кеше хат юллаған. Был дөйөм һандың 12 проценты самаһы. Шулай ҙа тынысланырға иртә. Ә Рәсәй күләмендә алғанда, Башҡортостан “Инцидент – менеджмент” системаһына килгән һорауҙарҙы хәл итеүҙә тәүге урындарҙа килә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләрҙең береһе республикала инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға бәйле ине. Төбәктә бөгөн 268 мең кеше инвалид статусын алған. Уларҙың 16 меңенең балалар булыуын айырым билдәләргә кәрәк. Дөйөм иҫәптәге 74 мең кеше эшкә һәләтле. Тик бөгөн Башҡортостанда ошо ҡатламға ҡарған граждандарҙың 16 меңе генә теге йәки был өлкәлә вакансиялар тапҡан. Шулай ҙа, күптәр тәҡдим ителгән хеҙмәт урындарынан баш тарта. Башҡортостандағы айырым ойошмаларҙы киләһе йыл махсус тикшереүҙәр ҙә көтә. Инвалидтарҙы эшкә алмаған компания, ширҡәттәр күҙәтеү органдары алдында яуап тотасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, республикала сәләмәтлеге сикләнгән граждандар мәнфәғәтен яҡлау өсөн яңы программа бойомға ашырыласаҡ. Социаль эшҡыуарлыҡ. Башҡортостанда бөгөн ошо мәсьәләне хәл итеү бурысы тора. Проблеманан ҡотолоу юлдарының береһе – район-ҡалаларҙа инвалидтар өсөн көндөҙгө эш урындарын булдырыу. Уҙып барған йылда республикала ошондай 30 үҙәк асылһа, киләһе йыл уларҙың һаны тағы ла өсәүгә арта. Радий Хәбиров башҡарма власть органдарын ентекле эшләргә саҡыра. Тағы ла шуныһы, Башҡортостанда хәҙер инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам итеү барышы айырым совет тарафынан башҡарыласаҡ. Координация кәңәшмәһенең беренсе ултырышы декабрҙең егермеһенә тәғәйенләнде. Республикала ерҙәрҙең кадастар баһаһын билдәләү ҙә хәҙер яңырырға тейеш. Бүлемдәрҙең хаҡын асыҡлау йылдар буйына хәл ителмәгән мәсьәлә. Ул – теге йәки был бүлем, обьект, бина хаҡын дөрөҫ һәм ҡануниәткә ярашлы баһалау. Хаҡтарҙың юғары булыуы, әлбиттә, үҙ һүҙен әйтмәй ҡалмай. Ул, мәҫәлән, мөлкәт һалымын түләү. Бигерәк тә, муниципалитеттар өсөн был ауыр булып тор. Теге йәки был обьекттың адрес алыуы, теркәлеүе тап кадастр баһаһын тейешенсә билдәләргә ярҙам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда мөлкәт, транспорт һәм ер өсөн һалым ваҡытында түләнгән төҫлө. Әммә, физик шәхестәрҙең тап милек һалымы буйынса бурыстары ике миллиард һумға яҡынлаша. Тағы ла шуныһы. Киләһе дүшәмбенән, Башҡортостан Хөкүмәтендә иртәнге сәғәт һигеҙҙә тағы ла бер кәңәшмә буласаҡ. Видеобәйләнеш ярҙамында уҙғарыласаҡ һөйләшеүҙә ҡаралған төп мәсьәлә – сүп-сар реформаһы. Республика киләһе йылға маҡсаттар ҙа билдәләй. Уларҙың береһе – Башҡортостанда ислам инвестициялары форумы. Радий Хәбиров Өфөгә эш сәфәре менән килгән федераль министрҙар һәм ведомстволар етәкселеге һәм улар менән осрашыуҙарҙың һөҙөмтәле булырына ышаныс белдерҙе һәм был йүнәлештә әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы.Башҡортостан әле яңы йылға әҙерләнә. Радий Хәбиров байрамды тейешенсә ойоштороу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә саҡырҙы. Бының өсөн боҙ ҡаласыҡтарының барыһы ла декабрҙең унына әҙер булырға тейеш. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың декабрҙәге һуңғы ултырышында республикала байрам көндәрендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү тураһындағы закон проекты ҡараласаҡ. Башҡортостан башлығы был мәсьәләне айырым күҙәтеүгә алырға ҡушты.
Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа сүп-сар реформаһын бойомға ашырыуға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушты
Тулыраҡ: Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа сүп-сар реформаһын бойомға ашырыуға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушты