Уҡыусылар өсөн ҙур мөмкинлектәр. Өфөнөң 158-се башҡорт гимназияһы быйыл Мостай Кәримгә йөҙ йыл тулыу айҡанлы республика Башлығы грантына лайыҡ булды. Күрһәтелгән ярҙам менән гимназияла “Мостай иле” телевидениеһы үҙ ишектәрен асты. Киләсәктә зәңгәр экрандарҙа эшләргә теләүселәр хәҙер был һөнәрҙең үҙенсәлегенә гимназияла уҡ төшөнә ала. Учреждениела тағы ниндәй үҙгәрештәр бар?
Алтынсы класста белем алыусы Сулпан Иҫәнтаеваның буш ваҡыты бөтөнләй юҡ тиерлек. Ҡыҙ әле үҙ теләге менән яйлап, ә шулай ҙа ышаныслы аҙымдар менән хәбәрсе һөнәрен үҙләштерә. Төрлө темаларға текстар яҙа, дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәнә, тауышын шымарта. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында мәктәп телевидениеһы асылғас, үҙҙәрен зәңгәр экран хеҙмәткәрҙәре итеп күрергә теләүселәр һаны бихисап ине, ти уҡыусылар. Әлегә бер төркөмдә 12 кеше үҙенсәлекле һөнәрҙә үҙ көсөн һынап ҡарай.
Телевидение менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн гимназияла айырым эш урыны бүлгәндәр. Бында ниндәй ҙә булһа сараны видеоға төшөрөп сюжет эшләр өсөн камера, компьютер һәм башҡа махсус ҡороломалар бар. “Мостай иле” — телевидениеның исеме лә есеменә тура килә. Мәктәп тормошонда барған яңылыҡтарҙы төшөрөп алыу-йәш һөнәр эйәләренең маҡсаты. Уҡыусылар әлегә ике сюжет эшләп өлгөргән.
Яңы ғына эш башлаған уҡыусыларға бөтәһенә лә билдәле булған “Арғымаҡ” төркөмө солистары менән яҡындан аралашыу, уларҙан интервью алыу бәхете тейгән. Тапшырыуҙар ике телдә – башҡортса һәм русса алып барыла. Әҙер булған сюжетты уҡыусылар интернет селтәрҙәренә һала. Видеоны ҡарап, баһалаусылар һаны ла арта, тип ҡыуана улар.
Әле уҡыусылар мәктәп сәхнәһендә барған репетицияны камераға төшөрә. Һәр бер хәрәкәтте дөрөҫ итеп күрһәтеү, ут яҡтылығын һайлай белергә кәрәк, ти һигеҙенсе класс уҡыусыһы Әмир Зарипов. Оператор һөнәре уға күптән таныш. Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә йөҙ йыл тулыу айҡанлы күрһәтелгән ижади эштәре өсөн 158-се башҡорт гимназияһы республика Башлығы грантына лайыҡ булған. “Мостай иле” мәктәп телевидениһы ла тап ошо ярҙам менән үҙ ишектәрен асҡан.
Яҡынса ике миллион ярым һум аҡса туған телдәрҙе өйрәнеүгә һәм һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Грант ярҙамында гимназия кабинеттары йыһазландырылған, башҡорт телен һәм әҙәбиәтте өйрәнергә теләүселәр өсөн сығанаҡтар булдырылған, методик ҡулланмаларҙы цифрланған рәүештә биреү ресурстары асылған, Мостай Кәрим буйынса видеофильм төшөрөлгән. Киләсәктә тап мәктәп телевидениеһын үҫтереү-гимназия етәкселегенең ҙур маҡсаттарының береһе. Тиҙҙән йәнә бер төркөм эшләй башлаясаҡ.