Пиротехникалар һатылған магазиндар буйлап рейдтар

Тулыраҡ: Пиротехникалар һатылған магазиндар буйлап рейдтар

Өфөлә Яңы йыл алдынан пиротехникалар һатылған магазиндар буйлап рейдтар уҙғарыла башланы.Тап байрам алдынан законһыҙ эшләүселәр күбәйә һәм һатыуға тикшереү үтмәгән тауарҙар сыға. Рейд барышында тауарҙың лицензияһына, рөхсәт ҡағыҙҙарына, янғын һүндереү ҡоролмаларына иғтибар ителә. Пиротехникаларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре мотлаҡ рус телендә яҙылырға һәм тауарҙың яраҡлыҡ ваҡыты билдәләнергә тейеш. Һатыусының да хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеү кимәле тикшерелә. Инспекторҙар халыҡты ла пиротехника алғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән танышырға саҡыра. 16 йәшкә тиклемге балаларға бындай тауар һатыу ҡәтғи тыйыла. Ҡағиҙәләр теүәл үтәлмәгән осраҡта, штраф һалыу ҡаралған.