«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» яңы йыл каникулдары ваҡытында 2 ғинуарҙан 6-һына тиклем ойошторола. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе ағзалары Башҡортостан башлығының Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле башланғысын хуплап, ошондай тәҡдим индергән. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа бөтә спорт кластары ла ата-әсәләре менән бергә ғаилә уйындарында ҡатнаша ала. Бәләкәйерәк балаларға – күңелле старттар, ә өсөнсө кластан башлап мини-футбол, баскетбол, волейбол, хоккей буйынса ярыштар уҙғарыла. Еңеүселәр 18 ғинуарҙа Өфөлә республика финалында осраша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, был – һәйбәт акция, уға күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә кәрәк, иң мөһиме, улар мәжбүри булмаһын. Яңы йыл ғаилә уйындарының төп ҡатнашыусылары – «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» проектының спорт кластары тәрбиәләнеүселәре. Ғаилә уйындарында, спорт кластарынан тыш, теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020»
Тулыраҡ: «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020»