Ҡыш бабайҙар парадына рәхим итегеҙ

Тулыраҡ: Ҡыш бабайҙар парадына рәхим итегеҙ

28 декабрҙә Өфөлә Яңы йыл алдынан төп сара-Ҡыш бабайҙар парады ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар бөгөндән үк lenokmp@yandex.ru электрон почтаһына ҡабул ителә. Ғаризаға Ҡыш бабай йәки Ҡарһылыу костюмын кейеп төшкән фото һалырға кәрәк. Ҡыш бабайҙар парадында ҡатнашыусылар конкурсҡа Өфө учреждениелары, ойошмалары йәки үҙҙәре исеменән ғариза бирә ала. Ҡыш бабайҙарҙың ейәнсәрҙәре–Ҡарһылыуҙарҙың да ҡатнашыуы хуплана. Белешмәләр өсөн телефон: 229-04-35 – Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге. Ҡыш бабайҙар парады сиктәрендә Ленин исемендәге майҙанда Өфөлә йәшәүселәргә Үҙәк ҡала шыршыһы күрһәтеләсәк. Һуңынан Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу шыршы уттарын ҡабыҙасаҡ.