Иғтибар! Юлда балалар!

Тулыраҡ: Иғтибар! Юлда балалар!

Яңы уҡыу йылы башланыу менән юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеге лә тәүге урынға сыҡты. Илдең әле бер, әле икенсе төбәгендә мәктәпкә китеп барған йә ҡайтып килгән баланың машина аҫтында ҡалыуы тураһында хәбәрҙәр иштелеп тора.

Уҡыусы өләсәһе менән мәктәптән ҡайты барғанда тәгәрмәс аҫтында ҡала. Ауыр йәрәхәттәр алған мәктәп уҡыусыһы дауаханаға оҙатыла. Был осраҡ Улан-Удэ ҡалаһында теркәлә. Уҡыу йылы башынан Бүрәт республикаһының башҡалаһында уҡыусылар тап йәйәүлеләр сыға торған урында йыш бәләгә осрай башлаған. Ҡыҙғанысҡа, балалар менән бәйле юл-транспорт фажиғәләре мәктәп янындағы юлдарҙа тейешенсә хәүеф саралары күрелмәгәнлектән килә.

Беҙҙең республикала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе маҡсатлы федераль программа эшләп килә. Уҡыу йылы башынан Өфөнөң 76-сы мәктәбендә был программа буйынса махсус ҡоролмалар менән тәьмин ителгән.

Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн мәктәп эргәһендәге юл сиге тимер ҡойма менән уратылған. Полимер материалдан эшләнгән яһалма ҡалҡыулыҡ та оҙағыраҡ хеҙмәт итәсәк. Алыҫтан водителдәргә күренеп торһон өсөн махсус Т.7 сфетофоры уранлаштырылған.

Мәктәптән сыҡҡан юл туп-тура автомобиль юлына илтә. Башҡалала 77 белем усағында ошондай хәл күҙәтелә. Әммә уларҙың 5-ендә генә яһалма ҡалҡыулыҡ, сфетофор һәм махсус юл билдәләре ҡуйылған. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, автомобиль юлына яҡын урынлашҡан башҡа уҡыу йорттары тирәләй ҙә заманса ҡорамалдар урынлаштырыу ҡаралған.

Бөгөн автомобиль заманында юлда балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – көн талабы. Тәү сиратта белем усаҡтары янында тейешле юл ҡағиҙәләре билдәләре булыуы мөһим. Бынан тыш ата-әсәләр һәм уҡытыусылар,уҡыусылар үҙҙәре лә юлда хәрәкәт итеү ҡағиҙәләрен һәм яуаплылыҡты яҡшы аңларға тейеш.