Мөрәжәғәтнәмә аныҡ эштәрҙә сағылыш табасаҡ

Тулыраҡ: Мөрәжәғәтнәмә аныҡ эштәрҙә сағылыш табасаҡ

Республика парламенты Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраған тәҡдимдәрҙе 1 аҙна эсендә өйрәнеп закон проекттарында нығытырға тейеш. Был турала дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай президиумы ултырышында әйтелде. Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы һуңғы ултырышы 19 декабргә тәғәйенләнгән. Көн тәртибенә сығарылған закон проекттарының иң мөһиме – киләһе йылға бюджет. Ҡаҙнаның килем өлөшө 204 миллиард ярым һумдан билдәләнһә, сығымдар 22 миллиардҡа күберәк. Шулай уҡ депутаттар ҡаты ҡалдыҡтарға бәйле бер нисә үҙгәреште ҡараясаҡ. Улар ҡалдыҡтарҙы ике категорияға бүлеүҙе һәм контейнер майҙансыҡтарын тәртипктә тотоуға бәйле.