Башҡортостанда киләһе йылдан «Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше» тигән федераль программаны ғәмәлгә ашырыу башлана. Уға ярашлы, Республикала 140 саҡрымдан ашыу газ торбаһы һуҙыуға һәм 157 саҡырым һыу үткәргес төҙөүгә ғариза бирелгән. 40 ҡасаба – газ, 50-һе һыу менән тәьмин ителергә тейеш. Ауыл хужалығы министрлығы 1 мең 300-ҙән ашыу ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы субсидияларға, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү буйынса 150-нән ашыу проектты ғәмәлгә ашырырға ниәтләй, 10-ға яҡын фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү ҡарала.
Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше
Тулыраҡ: Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше