Алдынғы ғаиләләргә дан һәм хөрмәт

Тулыраҡ: Алдынғы ғаиләләргә дан һәм хөрмәт

Республикала 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгәндәргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу йолаһы бар. Сираттағы тантанаға ир-егеттәр ҙә саҡырылғайны. Дүртөйлө районынан Лариса Первушина был тантанала икенсе тапҡыр, бер нисә йыл элек ул төбәк Башлығы ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алһа, бөгөн иптәше Борис менән уларҙы тағы бер юғары награда көтә – ата-әсә ҡаһарманлығы миҙалы. 9 балаға ғүмер бүләк иткән пар үҙ миҫалы менән бөтә республикаға өлгөлө баһаһын алды.Әсә булыу бәхетен тойоп йәшәгән һәм башҡа йәш әсәләргә өлгө булған ҡатындар ҙа залда. Уларҙың һәр береһе тормош мәғәнәһен бала тәрбиәләүҙә тапҡан. Бәхетте Хоҙай уларға ишләп кенә түгел бишләп биргән. Сибай ҡалаһынан 5 ул үҫтерә. Өләсәйем һәр саҡ өлгө булды ти йәш әсә. Заман ауырлыҡтарына һылтанған тиҫтерҙәренә һөнәре буйынса уҡытыусы ханымдың әйтер теләге лә бар.

Батырлыҡ, оҫталыҡ, һәләт кенә кенә түгел, ул әсә кешенең оло йөрәген таныу билдәһе. Залда ултырған ханымдарҙың барыһыла йорт хужабикәһе тип аңларға кәрәкмәй. Улар араһында ғаиләлә лә өлгөргән, эшендә лә абруй ҡаҙанған әсәләр бар. Баймаҡ районынан килгән Илзиә Ҡотлоғәлләмова ана шундайҙарҙан. 6 баланы аяҡҡа баҫтырып ул бөгөн селтәр магазиндарының береһендә директор вазифаһын да уңышлы атҡара. Беренсе урынға шулай ҙа һәр саҡ ғаиләне ҡуям ти әсә кеше.Республикала 50 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар, улар 160 меңгә яҡын сабый тәрбиәләй. Был ғаиләләрҙә үҫкән балалар тырышлығы, тормошҡа әҙер булыуҙары, ярҙамсыллыҡ, ғәҙеллек кеүек сифаттары менән һәр саҡ айырылып тора тине тантанаға саҡырылған ғаиләләрҙе ҡотлап Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров. Биш йә унан күберәк бала тапҡан әсәләргә 1998 йылдан башлап рәсми дәүләт наградаһы – “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. Әсә – бөтә башланғыстарҙың башланғысы. Был исемде ғорур йөрөтөүсе гүзәл заттарға булған мөнәсәбәт аша кешенең, тотош илдең рухи кимәле билдәләнә.

Беҙҙең республикала әсәләрҙең абруйын Дан миҙалы менән юғары баһалау матур йолаға әүерелгән. Әммә ул мөнәсәббәт баһаһы өсөн түгел, ә бала бағыуҙы изге бурыс һынаған әсәләргә дан өлгөһө.