Дарыуҙар ярҙам итмәгәндә хирург ҡоралы

Тулыраҡ: Дарыуҙар ярҙам итмәгәндә хирург ҡоралы

Ҡан баҫымы ыҙалатҡан сирлеләргә һирәк һәм ҡатмарлы операцияларҙы хәҙер Өфөлә лә яһайҙар. Дамир Сәхәүетдинов юғары ҡан баҫымына зарлана. Тиҫтә йылдан ашыу борсоған хәлде һис ниндәй дарыу баҫмай, ти. Яңыраҡ уға табиптар бөйөр артерияһына радиойышлыҡтар тәьҫиренә ҡоролған операция тәҡдим иткән. Тәнде киҫмәй үткәрелгән операцияны тик эске секреция биҙҙәрендә норманан тайпылыш һәм йөрәк-ҡан тамыр сирлеләргә яһарға ярамай. Башҡа тыйыуҙар юҡ. Операция барышында пациент үҙ аңында ҡала. Тәүлек үтеүгә үҙен яҡшы тойһа өйөнә ҡайта ала. Пациент өсөн еңел күренгән операция ҡатмарлы һанала. Табиптар бер сәғәт-сәғәт ярым эшләй.

Медицина университеты клиникаһында көнөнә өс ошондай операция яһала.Элек бындай операциялар бер электродлы катетер ярҙамында хирург ҡулы менән ике сәғәт ярым башҡарылһа, хәҙер спираль формаһындағы катетер артерия ҡиәфәтенә инеп ҡан тамырын нервыһыҙ ҡалдырғанын рентген күҙәтә. Клиниканың рентген хирургияһы бүлеге табибы Сергей Благодаров ангиографта эшләү тәжрибәһен Германияла нығытҡан.Бөйөр денервацияһы буйынса операциялар әле Рәсәйҙең дүрт ҡалаһында Мәскәү, Сант-Петербург, Новосибирск, Ҡазанда яһала. Илдә йылына 200 кешегә квота бирелә. Юғары ҡан баҫымы донъяла иң таралған сырхауҙарҙың береһе. Унан халыҡтың өстән бере ыҙа сигә. Тап артериаль гипертензия йөрәк-ҡан тамырҙары сиренә, ә унан инвалидлыҡҡа килтергән сир тип танылған. Рәсәйҙә ирҙәрҙең 48, ҡатындарҙың 40 процентында юғары ҡан баҫымы бар. Шуларҙың һәр икенсеһе генә, тиерлек, дарыу ҡуллана, ә дарыуҙың ыңғай тәьҫирен тойғандар һаны унан да аҙыраҡ. Шуға ла табиптар юғары ҡан баҫымынан дарыуһыҙ ҡотолоу маҡсатын ҡуя.