Быйыл бер кешегә Яңы йыл сығымы уртаса 17 мең һумға етә. Ҡулланыусылар бюджетының яҡынса 43 процентын — бүләктәр, 45 процентын аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр һатып алыуға, ҡалғанын күңел асыуға тотонорға ниәтләй. 2020 йылда, былтырғы кеүек үк, аҡса, сәйәхәт һәм смартфон көтөп алынған бүләк булып ҡала. Әммә респонденттарҙың 51 проценты кәнфиттәр һәм шоколад, шулай уҡ косметика, парфюмерия, аҡса бүләк итергә ниәтләй. Хатта пиротехника бүләк итергә теләүселәр ҙә осрай. Әммә белгестәр уны һатып алғанда мотлаҡ именлек сараларына иғтибар итергә саҡыра. Шартлатҡыс менән сауҙа итеүсе магазиндарҙа лицензия, уларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре күрһәтелгән аңлатма булырға тейеш. Пиротехниканы махсус магазиндарҙан ғына һатып алырға кәңәш ителә. Кире осраҡта бына ошондай хәлгә тарыуығыҙ ихтимал. Шартлау шул тиклем көслө була хатта малайҙың ҡулдарын өҙөп ала. Йыш ҡына өлкәндәр ҙә, балалар ҙа һаҡһыҙ эш итә. Бигерәк тә пиротехниканы уйынсыҡ урынына күреп шаярырға яратҡан бала-саға күпселек осраҡта ҡазаға бәләгә тарый. 16 йәшкә тиклемге балаларға пиротехника һатыу ҡәтғи тыйыла. Ҡағиҙәләр теүәл үтәлмәгән осраҡта, штраф һалыу ҡаралған.
Рәсәй халҡы Яңы йыл бюджетын ҡыҫҡартырға йыйынмай
Тулыраҡ: Рәсәй халҡы Яңы йыл бюджетын ҡыҫҡартырға йыйынмай