Ауыл уҡытыусыларына Гранттар тапшырылды

Тулыраҡ: Ауыл уҡытыусыларына Гранттар тапшырылды

Республика башлығы ҡарары менән быйыл ауыл ерендә эшләгән йөҙ йәш педагог 600 һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залына был юлы йәш уҡытыусылар ашыға. Улар араһында Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауыл мәктәбендә информатика фәнен алып барған Дилара Сәмиғуллина ла бар. Тыуған мәктәбенә 2013 йылда уҡытыусы дәрәжәһендә ҡайтып ең һыҙғанып эшкә тотонған педагог балалар өсөн иң ҡыҙыҡлы дәресте мауыҡтырғыс ойоштороу ысулын махсус проект нигеҙенә һалған. Халҡы 15 меңдән күберәк булмаған ауыл мәктәбендә ике йылдан да кәм эшләмәгән 35 һәм унан йәшерәк 200 уҡытыусы урта белем биреүҙә иң ҡыҙыҡлы проект төҙөп 600 һумлыҡ грантҡа дәғүә итте. Еңеү өсөн талаптар бик юғары ине, ти Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин. Грантҡа лайыҡ тип танылған эш авторҙарының иң яҡшы егермеһе сертификаттарҙы

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡулынан алыу һөйөнөсөнә өлгәште. Республика белем биреү өлкәһендә эшләгән педагогтар алдынғы алымдар, заманса ҡорамалдар файҙалана, ғилми эҙләнеүҙәр алып бара. Мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар фиҙәҡәр хеҙмәт иткән уҡытыусыларҙың 30-на дәүләт наградалары ташырылды. Инсур Үтәбаев Бөрйән районы Абдулмәмбәт мәктәбендә 18 йыл уҡытыусы булып эшләй, шуның 17-һен директор вазифаһында. Ауыл балалары өсөн ҡаланыҡынан кәм түгел шарттар булдырабыҙ, тип ғорурлана. Ауылда мәғариф өлкәһендә эшләгәндәргә йүнәлтелгән дәүләт ярҙамы саралары милли проекттарҙы уңышлы бойомға ашырыу йәһәтенән уҡытыусының хеҙмәт мөмкинлектәрен киңәйтеү, һөнәри яҡтан камиллашыуына булышлыҡ итеү һәм тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатында күрһәтелә. Ауыл уҡытыусыһы булараҡ ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим иткән уҡытыусыларҙың ҡалған һикһәненә 600 һумлыҡ сертификаттарҙы үҙҙәре йәшәгән муниципалитеттарҙа яңы йылға тиклем тапшырыу көтөлә. Дәүләт ярҙапмының был төрө киләһе йылда ла дауам итәсәк. Гранттар һанының артыуы ла ихтимал.