Тел асҡысы

Тулыраҡ: Тел асҡысы

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында уҡыусылар араһында “Тел асҡысы” тип аталған башҡорт интеллектуаль уйыны ойошторолдо. Уйында Өфө мәктәптәренән тупланған дүрт команда ҡатнашты. Уйын алдынан уҡытыусы үҙенең кәңәштәрен еткерә. Уйынға һәр бала әҙер. Башҡорттар, осҡон, рух инженеры, беҙ беренселәр — 4 команда тел серҙәре тип аталған интеллектуаль бәйгелә көс һынашты. һәр командала 12 уҡыусы башҡорт теле буйынса төрлө эштәрҙе башҡарҙы. Командала 8 кластан алып 11 класҡа тиклем башҡорт теле буйынса төрлө сараларҙа ҡатнашҡан әүҙем уҡыусылар тупланған. Телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү маҡсатында сара уйын-ярыш формаһында үтте.Командаларҙың таҫыллығы, әүҙемлеге, тел байлығы баһаланды. конкурстың бер өлөшө — Туған телде популярлаштырыу.

Был йәһәттән уҡыусылар үҙҙәренең идеяларын берләштереп, буласаҡ проекттарын тәҡдим итте. Үҫмерҙәр башҡорт киноларын үҫтереү, мультфильмдар эшләү, башҡорт лагерҙарын ойоштороу, хатта башҡорт мәктәптәрендә тик телде яҡшы белгән уҡытыусылар уҡытырға тейеш, тигән фекерҙәр еткерҙе. Фотоға төшөп башҡорт теле хэштэгэ менән фотоларын интернетҡа һалды. Викторина һорауҙарына етеҙ һәм дөрөҫ яуап биреү талап ителде. ә һорауҙар башҡортостан тарихына, халыҡ ауыҙ-тел ижадына, тел ҡағиҙәләренә бәйле булды. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Командалар урындар яулаһа ла, иң мөһиме дуҫлыҡ еңде, тип билдәләй улар. Сара башҡорт теле көнөнә арналды.