Ҡыҙыл, һары һәм йәшел. Был светофор төҫтәре генә түгел, ә махсус зоналарҙың атамаһы. Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһының ҡабул итеү бүлеге төҙөкләндереү эштәренән һуң, пациенттарҙы яңы система буйынса ҡабул итә. “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә башҡарылған үҙгәрештәр яңы йылдан тулы ҡеүәттә эшләй башлаясаҡ. Ғәҙәттә, балалар дауаханалары сағыу төҫтәр менән сабыйҙарҙың иғтибарын йәлеп итер өсөн биҙәлһә, бында һәр төҫ нимәнелер аңлата. Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһының ҡабул итеү бүлеген ремонттан һуң танырлыҡ та түгел. Бина матур, таҙа, коридорҙар ҙа иркенәйеп ҡалған.
Мөһим үҙгәреш – ҡабул итеү бүлегенең айырым зоналарға бүленеүе. Йәшел зона – планға ярашлы медицина тикшереүен үтеүселәр өсөн, һары – кисектергеһеҙ, ә ҡыҙыл — ашығыс медицина ярҙамы талап ителгән пациенттарға тәғәйенләнгән. Ашығыс медицина ярҙамы машинаһынан ауыр хәлдәге пациент туранан-тура реанимация бүлмәһенә оҙатыла. Быға тиклем ҡабул итеү бүлегендә реанимация бүлмәләре бөтөнләй булмаған. Ауыр хәлдәге пациенттарҙы лифтта икенсе ҡатҡа күтәрергә тура килгән. Ә хәҙер транспортировкаға артыҡ ваҡыт сарыф ителмәй. Шунда уҡ, беренсе ярҙам күрһәтелә башлай. Хирург, анестезиолог һәм башҡа кәрәкле табиптар саҡыртып алына. Ә был бүлмәлә бөтә донъяла киң таралған ысул буйынса медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Пациенттарға кабинеттар буйлап йөрөргә кәрәкмәй, ул бер урында ғына ултыра. Ә, киреһенсә, белгестәр уның янына килә.
Йыһазландырыу йәһәтенән дә 17-се балалар клиник дауаханаһында күп эш башҡарылған. Һәр кабинетҡа тиерлек яңы ҡорамалдар ҡайтарылған. Мәҫәлән, заманса рентген аппараты балаларға күңеллерәк булһын өсөн йәнһүрәт геройҙары менән биҙәлгән. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә үҙгәрештәрҙе ыңғай баһалай.17-се балалар клиник дауаханаһы Өфө ҡалаһы һәм районында йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерә. 25 мең балаға ашығыс амбулатор ярҙам күрһәтелә һәм 15 меңдән ашыуы стационар дауаланыу үтә. Әлеге мәлдә бинала һуңғы әҙерлек эштәре бара. Кабинеттарға навигация яҙыуҙары урынлаштырып, мебель ҡайтараһы ҡалған. “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә башҡарылған үҙгәрештәр бында яңы йылдан тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ. Заманса ҡабул итеү бүлеген рәсми асыу 31 декабргә тәғәйенләнгән.