Республика аграрийҙары үҙебеҙҙә етештерелгән һәм иң мөһиме сифатлы продукция һатып алырға кәңәш итә. Ошо йәһәттән Ауыл хужалығы министрлығы “Башҡортостандыҡы – иң яҡшыһы. Алдынғы бул.” тип аталған яңы проект башлай. Һуңғы осорҙа халыҡ араһында тиҙ туҡланыу ризыҡтары түгел, ә сифатлы һәм сәләмәтлек өсөн файҙалы аҙыҡ-түлек популяр. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда ундай продукция бихисап һәм уларҙы тап үҙебеҙҙең предприятиелар етештерә. Мәҫәлән, аҙаҡҡы йылдарҙа ауылдарҙа ойошторолған кооперативтар ҡалаға үҙ тауарын оҙата башланы. Урындағы етештереүселәргә ярҙам итеү, халыҡҡа һәм туристарға үҙебеҙҙең продукция тураһында мәғлүмәт таратыу йәһәтенән ауыл хужалығы министрлығы “Башҡортостандыҡы – иң яҡшыһы. Алдынғы бул.” тип аталған проектҡа старт бирҙе.
Ошо йәһәттән махсус семинар ҙа ойошторолдо. Унда тауарҙарыбыҙҙы рекламалап, һата белеү серҙәренә өйрәттеләр. Эшҡыуар, билдәле сәйәхәтсе һәм блоггер Денис Өмөтбаев донъя баҙарында башҡорт ҡоротон уңышлы һата башлаған. Быны ул интернет селтәре аша башҡара. Иң ҡыҙығы — ҡорот тиҙ туҡланыу ризығы һауытына һалынған һәм донъя йәштәре араһында ҡыҙыҡһыныу уята. Вице-Премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, республикала етештерелгән продукцияға ҡарата кешенең фекерен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн ауыл хужалығы предприятиелары алдында юғары маҡсаттар ҡуйыла. Улар иң яҡшы тауар етештерергә тейеш. Ошо йәһәттән бындай проект ойошторола ла инде. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, Башҡортостан етештереүселәренә тауарҙарын матур итеп төрөп, этикеткаһын сағыу эшләргә өйрәнергә кәрәк. Бынһыҙ Рәсәй һәм сит ил тауарҙарын яулап булмаясаҡ, тип иҫәпләй белгестәр. Был эштә хәбәрселәрҙең дә ярҙамы талап ителә, тине Ауыл хужалығы министры.