Ҡыш бабаймы, әллә ҡарасҡымы?

Тулыраҡ: Ҡыш бабаймы, әллә ҡарасҡымы?

Өфө халҡы йорт ихаталарындағы яңы йыл фигуралары менән ҡәнәғәт түгел. Боҙһындар емерелә башлаған, буяуҙары ағып төшкән, ә майҙанда торған шыршы бөтөнләй ҡыйыш урынлаштырылған. Ни өсөн яңы йыл персонаждары тиҙ арала үҙ йөҙөн юғалтҡан? Был видеоны Өфөнөң Калинин районында йәшәүселәрҙең береһе төшөрөп алған. Әлбиттә, яҙма интернет селтәренә эләгә һәм тиҙ арала тарала. Бер-нисә минут эсендә йөҙәрләгән кеше ҡурҡыныс боҙһындарға ҡарата үҙ фекерҙәре менән бүлешеп өлгөрә. Видеоны ҡараусы кешеләрҙең фекерҙәре төрлө. Берәүҙәр яңы йыл персонаждарының йәмһеҙ булыуын һауа торошона бәйләһә, икенселәре иһә быны ғәҙәти күренешкә тиңләй.

Был ихатала йәшәүселәргә буяуы ағып бөткән персонаждарҙы көн дә күрергә тура килә. Эте менән саф һауа йөрөргә сыҡҡан Нәфисә Хәлилова, мәҫәлән, матур ҡиәфәтен юғалтҡан фигуралар Яңы йыл кәйефен, киреһенсә, боҙа, ти. Ихатала Яңы йылдың ҡунаҡтары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һәм йылдың төп хужаһы сысҡанды урындағы төрлө идарасы компания хеҙмәткәрҙәре эшләй. Әммә башҡаланың һәр бер ихатаһында тиерлек ҡурҡыныс боҙһындарҙы осратырға мөмкин. Сираттағы майҙансыҡта йәнһүрәт персонаждары үҙ урынын алған. Уларҙы буяп ҡына түгел, ә төрлө биҙәүестәр менән дә биҙәгәндәр. Мәҫәлән, шул уҡ сәскә, күҙлек. Ә бына был фигураны әлегә аңлайышһаҙ тип әйтергә мөмкин. Сөнки уның күҙҙәре, танау-ирене бөтөнләй юҡ, ә ҡул һәм сәс урынына ошондай ағас ботаҡтары ҡуйылған. Өфөнөң Калинин районында йәшәүселәрҙе ихаталағы персонаждар ғына түгел, ә майҙанда ҡуйылған шыршы ла борсой.

Бында бигерәк тә балалар менән уйнауы ҡурҡыныс, ти халыҡ. Йәнәһе лә ҡупшыҡай ҡыйыш тора, ул уйламаған ерҙән кеше өҫтөнә ҡолауы ихтимал. Бәлки шыршының бер яғы ҡуйыраҡ үҫкәндер, тип аҡлаусылар ҙа юҡ түгел. Ғөмүмән, боҙҡаласыҡтарҙың биҙәлеше буйынса ҡәнәғәтһеҙлеген белдереүселәр йыл һайын арта. Мәҫәлән, был видеоны былтыр төшөргәндәр. Ул да интернет селтәренә эләгеп, ҡыҙыу ғына бәхәс тыуҙырған ине. Яман ҡарашлы Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм хатта аңлашылмаған фигуралар...Боҙһындарҙың йыл да емерелеү сәбәптәре билдәле, ти торлаҡ хужалығы менән идара итеүселәр. Һауа торошо йылы булғанға күрә, ҡарҙағы буяуҙар ағып төшә, өҫтәүенә уны емереүселәр ҙә табылып тора. Яҡын арала емерелгән фигуралар яңынан эшләнәсәк. Йорт ихаталары ҡабаттан матур боҙһындар менән биҙәлһә, кәйеф тә күтәрелер, тигән ышаныста ҡала халҡы.