Башҡорт теле көнө!

Тулыраҡ: Башҡорт теле көнө!

Башҡорт телен яҡлау һәм үҫтереү тирәләй берләшеү өлгөһөн күрһәтте был көндәрҙә Башҡортостан. Радий Хәбиров Указы менән 14 декабрь “Башҡор теле көнө” тип иғлан ителде. Яҡташтарыбыҙ ғына түгел ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе лә уртаҡ миссия тирәләй берләштерҙе ул.

Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Уның мираҫы, ижади эшмәкәрлеге һәм тормош юлы башҡорт теле дрестәрендә өйрәнелә. Дата уңайынан ойошторолған тәүге асыҡ дәрестә теләгән һәр кем онлайн ҡатнаша алды.

Дәрестә уҡытыусылар менән күҙмә-күҙ ултырырға теләгәндәр иһә Башҡорт дәүләт педагогия университеты эргәһендәге майҙанда йыйылды. Яңы байрам иртәһен ошондай асыҡ дәрестән башлауҙы йыл да ҡабатланыр матур йолаға әйләндереү ниәте бар.

Белемлелекте арыҫландан көслө батыр, тип баһалаған бөйөк Аҡмулланың иҫтәләгенә хөрмәт күрһәтеп уның һәйкәленә сәскәләр һалғандан һуң Республика хөкүмәте, Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары һәм студенттары, йәмәғәтселек вәкилдәре лә асыҡ дәрескә ҡушылды.

Дәрестә телдең бар нескәлектәрен белгән әҙиптәр ҙә, башҡортса бер генә һүҙ белергә теләгәндәр ҙә ҙур теләк менән ҡатнашты. Башҡорт теле көнөн рәсми билдәләүҙе улар көтөп алынған һәм ваҡытлы ваҡиға тип таный.

Ошо уҡ ваҡытта Өфөләге “Торатау” Конгрес-Холында район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары етәкселәре Берҙәм башҡорт теле дәресендә ҡатнашты. Башҡорт теле көнөн рәсми теркәү тәҡдимен быйыл йәй, бишенсе йыйынында әйтеп ишеттергән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итте. Республика башлығы был тәҡдимгә лә риза. Радий Хәбировтың муниципаль район һәм ҡала округтары башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре менән осрашыуы йылы һәм ихлас аралашыу майҙанына әйләнде.

Башҡорт теленең киләсәге һеҙҙең менән беҙҙең ҡулда, тине Радий Фәрит улы. Башҡорт теле көнө туған телебеҙҙе республиканан ситтә таратыу өсөн мөһим, ул яңы һулыш алырға, башҡортса һөйләшеү мәртәбә ҡаҙанырға тейеш, тип белдерҙе.

Төбәктәрҙә бойомға ашырылған ыңғай тәжрибәне республика күләмендә ҡулланыу, идеяларҙы ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән индерелгән өс йөҙҙән ашыу тәҡдимден бер–ике тиҫтәһе генә түңәрәк өҫтәл артындағы уртаҡ кәңәшкә сығарылды.

Республикала полилингваль гимназиялар менән бер рәттән фәнни фекер нығытҡан белем йорттарын булдырыу, Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайышында “Без башҡортлар” этномәҙәни үҙәген асыу, “Айыҡ ауыл” конкурсын республика күләменә сығарыу, ауылдарға мәҙәниәт белгестәрен йәлеп итеү, ауыл тренеры программаһын бойомға ашырыу – быларҙың барыһы ла Республика башлығының йыллыҡ мөрәжәғәтендә әйтелгән үҫеш һәм берҙәмлек идеяларын хуплай.

Бөгөн республикала башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Бөтә Рәсәй медиахолдингы ла туған телдәргә айырым иғтибар бирә. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы эфирында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә махсус проект бойомға ашырылды.

Туған телдең яҙмышын быуындар күсәгилешлеге менән халыҡтар берлеге хәл итә. Был йәһәттән тел белгестәре йәш быуынға өмөт бағлай. Йәштәр иһә республикала ойошторолған яңы байрам уңайынан күмәк ял итеү майҙансыҡтарында “Башҡорт телен яратам” тигән күңелле программала ҡатнашып туған телгә ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тойғоһон дәлилләне.