Республика хөкүмәтендә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы дүшәмбе ултырышында ошо мәсьәләләр ҡаралды. Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатмарлыҡтар бар. Бер-нисә район был проектты тейешле бойомға ашырғанда ауырлыҡҡа осраған. Шуға ла вице-премьер Борис Беляев “Башҡорт ихаталары” программаһына үҙгәрештәр интерергә тәҡдим итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, программаны үтәй алмаған райондарға ҡарата саралар күреләсәк. Муниципаль берәмектәр проектты финанслауҙы үҙ өҫтөнә алыуы ихтимал. Республика уларға аҡса бүлмәйәсәк. Тағы шуныһы, был йәһәттән әле Башҡортостан хаталар өҫтөндә эшләй тип әйтергә мөмкин. Киләһе йылдан иһә программаға иғтибар бермә-бер артасаҡ. Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы менән бергә йәнә лә бер социаль мәсьәлә хәл ителә. У
л төбәктең медицина инфраструктураһына бәйле. Ҡала һәм райондарҙағы дауаханаларҙы яңыртыу, фелдшер–акушерлыҡ пункттары төҙөү. Мәҫәлән, 2020-се йылда райондарҙа 70 фельдшер–акушерлыҡ үҙәге төҙөкләндерелә. Улар иҫәбенә тағы ла 13 медпункт өҫтәлергә тейеш. Һуңғыларын әле төҙөү бара. Кардиоүҙәк менән онкология дауаханаһының яңы корпустары, Учалы менән Салауат, Октябрьскийҙағы сәләмәтлек үҙәктәре заманса обьекттар булырға тейеш. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, 2020-се йылда Башҡортостанда яңы дауаханалар һаны йәнә лә артасаҡ. Тик медицина обьекттарын төҙөү менән бергә йәнә лә бер мәсьәләне оноторға ярамай. Ул дауалау үҙәктәрен белгестәр менән тәьмин итеү. Радий Хәбиров ошоға айырым иғтибар итергә ҡушты. Әйткәндәй, Яҡын арала Туймазыла яңы клиника тәүге һынау уҙасаҡ. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағы һәм уны финаслау хәҙер федераль кимәлдә ҡарала. Был мәсьәлә Республика башлығының Рәсәй Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Антон Силуанов менән осрашыуы барышында ла күтәрелгәйне. Республика уҙып барған йылды оҙатып, яңыһын ҡаршы алырға әҙерләнә.
Байрам осоронда граждандарҙың именлеген тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн киләһе аҙнанан ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә. Унынсы ғинуарға тиклем 3 меңдән ашыу хеҙмәткәр тәүлек әйләнәһенә дежурға сығасаҡ. Былтыр, мәҫәлән, республикала раштыуа каникулдары осоронда республикала 22 кеше утта янып һәләк булғайны. Ә бына яңы йыл төнөндә республикалағы боҙ майҙансыҡтарына кәм тигәндә 250 мең кешенең килеүе көтөлә. Халыҡ именлеген полицияның 3 мең хеҙмәткәре һаҡлаясаҡ. 31—се декабрҙән 1-се ғинуар төнөндә Башҡортостан юлдарында 600 инспектор эшләйәсәк.
Республика хөкүмәтендә лә оператив төркөм эшләйәсәк. Бөтә мәғлүмәт туранан –тура Радий Хәбировҡа еткереләсәк. Республикала быйылдан яңы инвестицион форум эшләй башлай. “Башҡортостан саҡыра” эшлекле осрашыуына билдәле бизнесмендар саҡырылған. Уҙған дүшәмбе республикаға тағы ла бер еңеү алып килде. Тиһәк тә хата булмаҫ. Башҡортостан кибеттәрендә составында ағыулы матдәләр булған һағыҙар һәм кәнфиттәр тулыһынса һатыуҙан алынды. Балаларҙы ағыулаған был препараттарға хәҙер закон нигеҙендә көрәшергә кәрәк. Республикала йыл башынан йәнә бер закон ҡабул ителгәйне. Ул транспорт сараларын газондарҙа ҡалдырыусыларға ҡаршы көрәш. Апрелдән алып ҡануниәтте боҙоусоларға 30 миллион һум штраф һалынған. Штрафтар һаны буйынса беренсе урында Өфө килә.
Шулай ҙа, административ комиссияларҙың эш һөҙөмтәһе лә юҡ түгел. Граждандар хәҙер автомобилдәрен тейешле урындарҙа ғына ҡалдырырға тырыша. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, маҡсат кешеләргә ҡарата репрессив саралар ҡулланыу түгел. Маҡсат муниципалитеттар эшен камиллаштырыу. Урындағы хакимиәттәр туҡталҡалар һанын арттырыға тейеш. Был айырыуса Өфө өсөн мөһим. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан хөкүмәтендә йәнә ике тапҡыр видеокәңәшмә уҙасаҡ. Был ултырыштарҙа ла республика тормошона ҡағылышлы иң әһәмиәтле мәсәләләр ҡаралырға тейеш.