Стәрлетамаҡта яңы инфраструктура объектын төҙөүҙә бер нисә предприятие ярҙам күрһәтергә әҙер

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта яңы инфраструктура объектын төҙөүҙә бер нисә предприятие ярҙам күрһәтергә әҙер

Стәрлетамаҡта яңы инфраструктура объектын төҙөүҙә бер нисә предприятие ярҙам күрһәтергә әҙер. Был турала хөкүмәттә үткән “Транспорт сәғәте” форматындағы кәңәшмәлә әйтелде. Ҡаланың Олег Кошевой урамындағы тимер юл аша автомобиль күперен төҙөү яҡынса 265 миллион һумға баһалана. Сәнәғәт зонаһы өсөн мөһим проектта 5 предприятие ҡатгшанырға теләк белдергән. Төҙөлөш 2021 йылда башланыр тип көтөлә.Кәңәшмәлә Өфөләге Йәмәғәт транспорты мәсьәләһе күтәрелде. Рус Юрмашы – Көнъяҡ автовокзал йүнәлеше буйынса 130-сы һанлы маршрутты хәҙер Башавтотранс хеҙмәтләндерәсәк. Быға тиклем унда шәхси пассажир ташыусы эшләгән.