Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты 85 йыллығын билдәләне

Тулыраҡ: Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты 85 йыллығын билдәләне

”Торатау” конгресс холының төп залы юбилей тантанаһына килгән ҡунаҡтарҙың барыһын да һыйҙыра алманы, уларҙың бер өлөшө күрше аудиторияла монитор аша сәхнәлә барған тамашаны күҙәтте. Институт педагогтары тамашасыларға үҙҙәре лә бүләктәр әҙерләгәйне. Үҙенең хеҙмәт юлын Ирек Аҡманов 1957 йылда башҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында башлай. Мәскәү дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған белгес лаборант булып эшкә урынлаша. Һуңынан педагог кандидат, Мәскәүҙә докторлыҡ диссертацияларын яҡлай, кафедра мөдире, декан вазифаһын башҡара. Ирек Аҡманов Башҡортостанда тарихи белем һәм тарихи фән булдырыуҙа ҙур өлөш индерә. Тарих факультеты 1934 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институты нигеҙендә ойошторолған, һуңынан ул Башҡорт дәүләт университеты итеп үҙгәртелә.

85 йыл эсендә 15 меңдән ашыу студент уҡытып сығара. Тарих фәндәре кандидаты Евгений Круглов 30 йылдан ашыу Боронғо Донъя һәм Рәсәй мәҙәниәте тарихын уҡыта. Студенттар уны университеттың иң яҡшы ораторы, тип билдәләй. Ә уҡыусылар араһында уңышҡа өлгәшеү ул үҙ предметыңды яратып башҡарыуҙан киләлер, тигән фекерҙә профессор. 85 йыл эсендә әллә күпме быуын белгестәр алмашына, тарих факультеты төрлө дәүерҙе кисерә. 2017 йылда тарих факультеты йәнә үҙгәртеп ҡорола, ул хәҙер тарих һәм дәүләт идаралығы институты, тип атала. Әлеге көндә бында 2 меңгә ашыу студент белем ала. Республиканың боронғо гуманитар факультеттарының береһенең юбилей кисәһендә меңдән ашыу сығарылыш студенттары йыйылған.Төрлө йылдарҙа тарих факультетын тамамлаған студенттар өсөн был осрашыу – йыйылып аралашыу, танышыу усағы булды.

Күптәре үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалған. Тарих факультетының ҡарлуғастары фән һәм мәғариф системаһында, сәйәсәт һәм йәмәғәт тормошонда уңыштарға өлгәшкән шәхестәр. Килгән ҡунаҡтарҙың барыһы ла Торатау конгресс-холының төп залына һыйманы, шуға күрә күрше аудиторияла сәхнәнән тура трансляция башҡарылды. Тарих факультеты педагогтарына “Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл” иҫтәлекле юбилей миҙалдары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә иң тулҡынландырғыс һәм көтөлмәгән бүләк – тарих институтының уҡытыусыларының үҙҙәренән булды – улар тамашасыларға музыкаль бүләк әҙерләгән. Тарих һәм дәүләт идаралығы институты алдында яңы шарттар, ул хәҙерге көндә тарихсыларҙан тыш, дәүләт структураларына һәм муниципаль органдарына кадрҙар әҙерләй.