Спорт буйынса Милли премияның жюры ағзалары, Өфө — ике тапҡыр Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәргән тәүге һәм берҙән-бер ҡала, өҫтәүенә, республикала йыл һайын төрлө ярыштар, спартакаидалар үткәрелеп тора, тине. Ошондай мөһим сараларҙың береһе Өфөлә “Динамо” стадионында үтте. Үҫмерҙәр һәм ирҙәр ҡатнаш алыш спорты буйынса Башҡортостан кубогы өсөн ярышты. Сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Советтар Союзы Геройы Вениамин Недошивиндың иҫтәлегенә арналды. Иң мөһиме – бирешмәҫкә. Алыш майҙанында ике спортсы осрашҡанда уйҙарында бары еңеү генә.
Әлеге мәлдә рингта Белорет һәм Өфө егеттәре ҡатнаш алыш спорты буйынса Башҡортостан кубогы өсөн көс һынаша. Ҡыҙыл мөйөштә Рәми Ғарипов исемендәге беренсе Башҡорт республика гимназия-интернатының 11 класс уҡыусыһы Шамил Сәғитов. ММА үҙәгендә ул биш ай тирәһе генә шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Бер күтәреүҙән ярышташын иҙәнгә йығып һалды. Судьялар ҡарары менән был бәйгелә тап ул еңеп сыҡты. Еңеүсе әйтеүенсә, уңыштың сере – тырышлыҡта. Бәйге алдынан Шамил күнекмәләргә көн һайын йөрөгән. Ҡатнаш алыш спорты буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының баш/төп тренеры Абакар Гусейнов ҡулы аҫтында шөғөлләнеү ҙә үҙ һөҙөмтәләрен биргән. Тренерҙан күп нәмә тора, был еңеүҙә уның өлөшө ҙур, ти егет. Шамил кеүек ҡатнаш алыш спортына мөккибән киткәндәр Башҡортостан кубогына ярышта ҡатнашты. Республиканың төрлө район-ҡалаларының 26 клубынан 150-нән ашыу спортсы йыйылған. Улар йәш категориялары һәм аурылыҡ үлсәмдәре буйынса бүленеп ярышты.15 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр татами тип аталған матта һынаша, ә өлкәнерәк спортсылар иһә рингка менеп көс һынаша.
Был ҡатнаш алыш бәйгеһенең ҡағиҙәләре һәм спортсыларҙың хәүефһеҙлегенән сығып эшләнә. Сөнки бәләкәйерәк бәйгеселәрҙең бейек алыш майҙанынан ҡолап төшөүҙәре ихтимал.Өс раунд, улар араһында бер минут ял бирелә. Ул ваҡыт эсендә спортсы һыу эсеп, тын алышын яйға һалып, тренерҙарҙың кәңәшен тыңларға ла өлгөрә. Берәүҙәр ярышҡансы, икенселәр әҙерләнә тора, алыш алымдарын шымарта. Башҡортостан кубогына, Башҡортостан башлығы алдында сығыш яһау икеләтә яуаплы, ти спортсылар. Радий Хәбиров уларҙың һәр ҡайһыһына үҙенең теләктәрен еткерҙе.Быйыл бәйге Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Советтар Союзы Геройы Вениамин Недошевиндың иҫтәлегенә арналды. Вениамин Георгиевич сығышы менән Көйөргәҙе районынан, әммә уға тыуған төйәгенән йыраҡта хеҙмәт итергә тура килгән. Шулай ҙа, Башҡортостанды ул һәр ваҡыт һағынып иҫкә ала ине ти, сараға саҡырылған почетлы ҡунаҡтарҙың береһе, геройҙың улы Юрий Вениаминович.Әйткәндәй, ойоштороусылар йыл һайын һәр турнирҙарҙы айырым бер шәхестең иҫтәлегенә бағышларға тырыша.
Башҡортостандың ММА Федерацияһы президенты билдәләүенсә, спортсылар йылдан-йыл үҫә, оҫтара. Шуға бәйгеләр ҙә көсөргәнешле бара. Өҫтәүенә, ҡайһы бер ҡатнашыусылар үҙ клубы стеналарында ярыша тиһәк, тә була. Сөнкии ҡатнаш алыш төрөнөң спортсыларҙы әҙерләү буйынса үҙенсәлекле үҙәк Динамо стадионында урынлашҡан.Ысынлап та, бындай сараларҙың йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон уятыу, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу йәһәтенән дә әһәмиәте ҙур. Сөнки шәхси беренселек һәм клуб зачеттары өсөн рингҡа сыҡҡан көрәшселәр күп йыллыҡ күнекмәләр һәм тырышлыҡтары аша ғына еңеү яулай.
Кубоктарҙын тыш, еңеүселәргә сараны ойошторорға ярҙам итеүсе Дәүләт именлеге органдары ветерандары фонды һәм бағыусылар махсус приздар ҙа әҙерләгән. Был турнирҙа беҙҙең телерадикомпания ла мәғлүмәти яҡтан партнер булараҡ сығыш яһаны. Ярышты Башҡортостан – 24 телеканалы тамашасылары тура эфирҙа күҙәтте.Ҡатнаш алыш спортына беҙҙең төбәктә иғтибар ҙур. Башҡортостанда ошо йүнәлештә эшләгән тиҫтәләрсә клуб бар. Ғөмүмән алғанда, республика спорт сараларынан ҡайнап тора. Рәсәйҙең Спорт министры тарафынан “Илдең иң яҡшы спорт төбәге” тигән милли премияны алыу ҙа быға дәлил. Был еңеү меңәрләгән тренерҙар, физкультура уҡытыусылары, спортсылар һәм спорт ветерандарының, барыбыҙҙың да дөйөм хеҙмәте, уртаҡ шатлығыбыҙ, тине Радий Хәбиров.