5 йәшлек Самира Зиннәтова һеҙҙең һәм беҙҙең ярҙамға мохтаж

Тулыраҡ: 5 йәшлек Самира Зиннәтова һеҙҙең һәм беҙҙең ярҙамға мохтаж

Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы, „Русфонд„ хәйриә фонды һәм „Комсомольская правда„ гәзите менән берлектә изгелек марафонын дауам итә. 2013-сө йылдың июленән ойошторолған берҙәм проект сиктәрендә 43 бала 9 миллион 650 мең һумдан ашыу ярҙам алған. Шафран ҡасабаһында йәшәүсе Данил Ғимаевҡа ярҙам кәрәклеге тураһында репортаж 22-се сентябрҙә беҙҙең каналда эфирға сыҡҡайны. Һөҙөмтәлә Данилдың яҙмышына битараф булмаған шәфҡәтле кешеләр ярҙамында дауаланыу өсөн етерлек кимәлдә аҡса йыйылған. Данил Мәскәү ҡалаһына даулау курсын үтергә барасаҡ. Ҡыҙғанысҡа, тағы әллә күпме бала телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Улар араһында Өфө ҡалаһында йәшәүсе 5 йәшлек һөйкөмлө ҡыҙ Самира Зиннәтова ла бар.

Биш йәшлек Самира ғайләлә берҙән-бер бала. Ҡыҙ- тыумыштан зәғиф. Самирала балалар церебраль фалижы. Әлбиттә ата-әсәһе ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй. Тик уны дауалау үҙҙәренең генә хәленән килмәй, ҡыҙҙы аяҡҡа баҫтырыр өсөн байтаҡ сығым талап ителә.

Самираға көн һайын массаж яһайҙар, кәрәкле нөктәләргә энә ҡаҙайҙар, дауалау физкультураһына йөрөтәләр. Әлбиттә, бының һөҙөмтәһе бар, тик ҡыҙ атлап китһен өсөн табиптар Самираны Мәскәүҙәге медицина ҡоролмалары институтына алып барырға тәҡдим иткән.

Самираның яратып башҡарған шөғөлдәре лә күп. Ул һүрәт төшөрөргә, төҫлө ҡамырҙан төрлө һындар яһарға, атаһы менән саф һауала йөрөргә ярата. Мәктәпкә барырға ла күп ҡалмаған. Ике йыл эсендә үҙ аяҡтарында атлап китер, тиңдәштәрен ҡыуып етер, тип ышана ҡыҙҙың ата-әсәһе.

Баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн дауалауға 200 мең һум аҡса кәрәк. Ата-әсәнең яҡын арала был сумманы йыйыу мөмкинселеге юҡ. Самираның сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кем уға ярҙам итә ала. Зиннәтовтар ярҙам һорап Русфонд хәйриә фондына һәм оло йөрәкле телевизор ҡараусыларға мөрәжәғәт итә. Сабыйға теләгән һәр кем ярҙам итә ала. Бының өсөн ДЕТИ һүҙен яҙып смс хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрергә лә мөмкин, әгәр телефон операторҙары һораһа, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Бәлки тап һеҙҙең шәфҡәтле йөрәгегеҙ Самираның яҙмышын үҙгәртер, үҙ аяҡтарында йүгреп китергә ярҙам итер.