Башҡортостан саҡыра

Тулыраҡ: Башҡортостан саҡыра

Республика инвестициялар күләме буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынға сығырға тейеш. Бының өсөн Башҡортостандың мөмкинлектәре байтаҡ. Был йәһәттән быйыл төбәктә байтаҡ эштәр атҡарылды. Әммә, артабан беҙ тағы ла яҡшыраҡ күрһәткестәргә ирешергә тейешбеҙ. Ошо турала Башҡортостан саҡыра форумында республика етәкселеге белдерҙе. Хәбәрсе. Башҡортостан саҡыра форумының маҡсаты – йылға йомғаҡ яһап республикала эшләгән һәм беҙгә килергә йыйынған инвесторҙар менән уртаҡ бурыстарҙы билдәләү. Бында 500-гә ашыу ҡатнашыусы саҡырылды, уларҙың 300 эре компаниялар ине.

Республикала инвесторҙарға ҙур мөмкинлектәр булдырыла. Мәҫәлән, Рәсәй хөкүмәте менән төбәктә өс айырым иҡтисади зона асыу тураһында килешелде. Уларҙа инвестициялар йәлеп итеүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыла. “Башҡортостан саҡыра” форумы самолет бортын хәтерләтә. Йәғни, билдәле эшҡыуарҙар республика менән танышыу өсөн бортҡа ултырҙы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уларҙың унауһы менән шәхсән осрашты. Һәр бер залда айырым темалар буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Форумдың үҙенсәлеге шунда — инвесторҙар аныҡ тәҡдимдәр менән килде һәм ошонда уҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙең береһенә ярашлы, Салауат катализатор заводы нигеҙендә яңы ҡоролма төҙөләсәк. Ул силикагель онтағын етештереү менән шөғөлләнәсәк.

Проекттың ҡеүәте – йылына 2 мең тонна сығарыу. Тағы мөһим контракттарҙың береһе-углерод газын эшкәртеү буйынса ҡоролма төҙөү. Проект быға тиклем инвестиция сәғәтендә ҡаралғайны. Әле инвесторға аукционһыҙ ер бүлеү мәсьәләһе хәл ителә. Форумда республика һәм Рәсәй төбәктәре ведомстволары араһында ла хеҙмәттәшлек тураһында килешелде. Башҡортостандың ауыл хужалығы инвестициялар йәлеп итеү буйынса рекордттар ҡуя. Ике йыл элек республиканың көнъяғына ҙур инвестор инеп, ике малсылыҡ комплексын төҙөкләндерҙе һәм тиңе булмаған яһалма һуғарыу системаһын төҙөттө. Артабан да улар Башҡортостандың төнъяғына сығып, ҙур проекттар өҫтөндә эшләргә йыйына. Уларҙың тәҡдимдәре республика етәкселегендә яҡлау тапты.

Форумда Бизнесҡа ярҙам инфраструктураһы, индустриаль паркттар, иҡтисади зоналар, үҫеш институттары тигән йүнәлештәр билдәләнде. Уларҙа Республика эшҡыуарҙары ла ҡатнашып, үҙҙәренең фекерҙәре менән бүлеште, коллегаларының тәжрибәһен өйрәнде.Башҡортостан хөкүмәте инвесторҙар йәлеп итеү буйынса ҙур эш алып бара. Ыңғай һөҙөмтәләр бар. Быйыл республика иҡтисадына инвестициялар 15 процентҡа етте. Быға тиклем ундай күрһәткестәр теркәлмәне. Шуныһы ла мөһим – Башҡортостан беренсе тапҡыр Форбс журналына ингән алдынғы эшҡыуарҙарҙы ҡабул итте. Исемлектә иң алдынғы бизнес вәкилдәре бар. Улар ҙа хәҙер республика тураһында хәбәрҙар һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә.Беренсе инвестиция форумына Владимир Познер саҡырылды.

Билдәле алып барыусы сараның пленар өлөшөндә модератор булды. Унда төбәктең һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәтен булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Шуға күрә, форумдың төп өлөшө “Башҡортостан – инвестициялар өсөн уңайлы төбәк” девизы менән үтте. “Башҡортостан саҡыра” форумы юғары кимәлдә үтте тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Быны республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдән килгән инвесторҙар ҙа билдәләй. Башҡортостан саҡыра форумы республикаға инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, Рәсәйҙең һәм сит ил партнерҙары менән эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында ойошторолдо. Сара йыл һайын уҙғарылып, йолаға әйләнеп китәсәк, тип көтөлә.