Көйөргәҙе районы Кинйәбыҙ ауылы Советтар Союзы геройҙары Ғәфиәтулла Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсиндарҙың тыуған төйәге. Йәшләй генә өс егет тә ошо ауылдан фронтҡа китә һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡаты алыштарҙа ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Хәмдиә Солтанова инәһенең ике улына арнап яҙған шиғырҙарын йыш ҡына ҡулына ала. Балаһының ғүмере өсөн борсолоп көндә тиерлек йөрәге һыҡтаған әсәй йәшләй генә һуҡыр ҡала. Был шиғырҙар әсә кешенең ни тиклем сыҙамлы икәнен, өмөтөн бер ҡасан да өҙмәүен күрһәтә.
Шуға ла ике улының һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтырын әсенеп көткән әсәнең ҡулъяҙмаларын уҡыған һәр кем әле булһа уларҙы күҙ йәштәрен сығармайынса уҡый алмай. Геройҙың әсәһенең шиғырҙары Кинйә абыҙ ауылындағы йорт-музейында һаҡланасаҡ. Тиҙҙән ул тәртипкә килтереләсәк. Советтар Союзы геройы Ғәфиәтулла Арыҫланов 1915—се йылда ошо ағас йортта тыуған. Уның туғаны ла немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы илебеҙ бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән.Кинйә Абыҙ ауылында тыуған тағы бер батыр-Сәлмән Биктимеров. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Ғәфиәтулла Арыҫланов менән улар бергә уйнап үҫкәндәр.Атайым дәһшәтле һуғыш йылдарын беҙгә балаларына бик һөйләргә яратмай торғайны, ти Геройҙың улы Харрас Биктимеров.
Дәһшәтле һуғыш йылдарындағы хәтирәләрҙе ирҙәр бергә йыйылып һөйләшкәндә генә ишетеп ҡала торғайныҡ, тип хәтерләй ул.Кинйәбыҙ ауылы тағы ла бер Советтар союзы геройы – Хәсән Нәзир улы Ғайсин менән дә данлыҡлы. Ул сержант дәрәжәһендә 700-сө уҡсылар полкының пулемет бригадаһы командиры булып хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында Воронеж өлкәһендә Михайловка ауылы өсөн барған ҡаты алыштарҙа ул ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә.Кинйә Арыҫланов исемендәге музейҙа 3 геройҙың да фотолары һәм фронттан яҙған хаттары һаҡлана. Хәсән Ғайсин һәм Сәлмән Биктимеров фронттан әйләнеп ҡайта, ә Ғәфиәтулла Арыҫланов фронтта һәләк була.Кинйәбыҙ ауылында дүрт урам, шуларҙың өсөүһе Советтар Союзы геройҙары исемен йөрөтә. Ҡаһармандарҙы ҡәҙерләп иҫкә алғанда, уларҙы телдән төшөрмәй киләһе быуынға тапшырғанда ғына, тарих юйылмаясаҡ, ти бындағы халыҡ.