Башҡорт дәүләт университетында аҫаба халыҡтар телдәрен һаҡлауға, Башҡортостан Республикаһының — 100, вуздың 110 йыллығына арналған 7-се халыҡ — ара телдәр фестивале үтте. Сарала Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 436 делегат ҡатнашты. Сәләм биргән- мең сауаплы. Был егеттәр туған телдәрен өйрәнеп кенә ҡалмай, уның хозурлығын башҡаларға ла еткереү ниәте менән тел байрамына килгән. Республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башланғысы менән аҫаба халыҡтар телдәре фестивале быйыл 7 се тапҡыр үткәрелә. Мәҙәни-ағыртыу сараһының төп маҡсаты донъялағы телдәрҙең төрлөлөгөн күрһәтеү.
Телдәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Һәр кем үҙ милләтенә, теленә мәдхиә йырлай был байрамда. Сығыштар доклад формаһында ғына түгел, милли кейемдәрҙә, халҡының хазинаһы булған ауыҙ-тел ижады менән тулыландырылған. Тыуған илдән ситтә йыр-моңдар айырыуса ҡәҙерле тей йәштәр.Фестиваль сикәтрендә 15 секция ойошторолған. Унда донъяның 40-тан ашыу теле,замана шарттарында уларҙы өйрәнеү үҙенсәлектәре һәм телде популярлаштырыу алымдары тураһында һүҙ алып барылды. Быйыл телдәр фестивалендә республика вуздарынан ғына түгел, Башҡортостандың 22 ҡала һәм районынан уҡыусы балалар ҡатнашты.Телгә иғтибарҙы, ихтирамды бала саҡтан тәрбиәләү зарур. Туған телдәрҙе белеү – кешелек донъяһының талабы. Шулай булғас уны һаҡлауҙы һәр кем үҙенә маҡсат итеп алырға тейеш. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, телдәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырылған, уларҙы ҡулланырға ғына кәрәк.