Өфөнөң 2-се башҡорт лицейы хәҙер фронтовик яҙыусы Ғәли Ибраһимов исемен йөрөтә. Был ваҡиғаны лицей уҡыусылары, уҡытыусылары, әҙиптәр, яҙыусының дуҫтары һәм туғандары таҡтаташ асыу менән билдәләне. Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимов Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән, Ишембайҙа уҡыған. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, “Почет билдәһе” ордендары кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. Уны уҡыусылар “Бер полк кешеләре”, “Умырзая”, “Ай битен йыуғанда” һәм “Кинйә” романдары аша белә. Ҡыҙҙары һәм ейәнсәрҙәре белдереүенсә, Ғәли Ибраһимовтың хәтеренә бағышлап күп эштәр башҡарыла, алда эшләнәсәктәре лә бар. Таҡтаташ асылғандан һуң ҡунаҡтар лицей тормошо менән танышты. Тантаналы көн уңайынан 2-се лицей фойеһында күргәҙмәләр һәм концерт ойошторолдо.
Ғәли Ибраһимовҡа таҡтаташ асылды
Тулыраҡ: Ғәли Ибраһимовҡа таҡтаташ асылды