Өфө аэропорты ҡышҡа әҙерләнә

Тулыраҡ: Өфө аэропорты ҡышҡа әҙерләнә

Техника тикшерелә, махсус ҡатнашмалар ҡайтарыла. Һауа судноларын дөрөҫ хеҙмәтләндереүгә „Өфө„ аэропорты ҙур иғтибар бирә. Сөнки был тәү сиратта пассажирҙарҙың хәүефһеҙлегенә бәйле. Аэропорттың махсус хеҙмәте янғын хәүефһеҙлеге ҡорамалдарының әҙерлеген тикшерә. Күнекмәләр үткәрә торған самолетта ер өҫтө хеҙмәте белгестәре белемдәрен камиллаштыра. Бар ҡотҡарыу бригадаһы ла ғәҙәттән тыш хәл барлыҡҡа килеп сыҡҡан осраҡта уны бөтөрөү өсөн махсус күнекмәләр башҡара. Ҡотҡарыусылар командала ла һәм айырым да эшләй белергә тейеш. Көндәр һыуытыу менән махсус транспорт өҙлөкһөҙ эшләһен өсөн дә саралар күрелә.Техниканың һәр саҡ яңырып тороуы аэропортҡа уңайлы шарттарҙа эшләргә һәм алдынғылар рәтендә ҡалырға ярҙам итә. Яңыраҡ күп функцияға эйә булған КамАЗ машинаһы һатып алынған. Ул вокзал биләмәһен йыйыштырыуҙа алыштырғыһыҙ ярҙамсы, ти машина йөрөтөүселәр.Машиналарҙың һәм механизмдарҙың һыуыҡ осорға әҙерлеген комиссия ҡабул итә. Әлеге ваҡытта Өфө аэропортында 450-нән ашыу махсус техника эшләй. Уларҙың барыһы ла ҡышҡа әҙер, ти белгестәр.