“Ҡоро закон” раҫланды

Тулыраҡ: “Ҡоро закон” раҫланды

Халыҡта иҫерткес эсемлектәрҙе тыйыу һәм байрамда күмәк ял сараларын ойоштороу. Быйылғы һуңғы ултырышында Республика парламенты ҡоро законды раҫланы. Сикләүҙең ыңғай һәм кире яҡтары бәхәс кимәленә барып етмәне. Иҫерткес эсемлектәргә сикләү индереп беҙ кешеләрҙең яңы йыл байрамында тәртип боҙоуын иҫкәртәбеҙ. Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов медицина экспертттары һәм статистика мәғлүмәттәрен килтерә. Беренсе ғинуарҙан өсөнә тиклемге арауыҡта республикала алкоголь менән ағыуланып үлем осраҡтары йышая. Иҫерек водителдәр арҡаһында юл-транспорт фажиғәләре һаны арта. Яңы закон эскелекте кәметеп кенә ҡалмай, ә сәләмәт тормош рәүешен таратыу һәм күмәк ял ойоштороу эшен әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән.

“Ғәҙел Рәсәй” сәйәси фирҡәһе һау милләт маҡсатына сикләү аша өлгәшеп булмай, тигән фекерҙә. Улар араҡыны ҡойоп һатыусыларға ҡаралған ташламалар менән риза түгел. Депутаттарҙың күпселеге законды яҡлап тауыш бирҙе. Башҡортостанда 3 ғинуарҙа иҫерткес эсемлектәрҙе һатыу тыйыла, 4, 5, 6-нда иһә көндөҙгө икенән алып киләһе көн иртәнге сәғәт унға тиклем сикләнә. Йәғни, был өс көндә республика биләмәһендә алкоголде тәүлегенә дүрт сәғәт кенә һатырға мөмкин. Закон Республика башлығы ҡул ҡуйғандан һуң 10 көндән ғәмәлгә инә. Был тәртип яҡынлашып килгән яңы йыл байрамы көндәрендә үк үтәлер, тип көтөлә. Константин Толкачев республика хоҡуҡ һаҡлау органдарына закон үтәлешен күҙәтеүгә алыуҙы һәм иҫерткес эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу осраҡтарын иҫкәртеүҙе үтенеп мөрәжәғәт итте. Ә муниципалитеттар етәкселеген байрам көндәрендә күңелле ял ойошторорға саҡырҙы. Муниципалитеттар иһә киләһе йылдан бюджет сығанаҡтарының артыуына иҫәп тота ала.

2020 йыл бюджетына индерелгән һуңғы үҙгәрештәр буйынса федераль үҙәк иҫәбенән алынған субвенциялар муниципалитеттар үҫеше һәм юл хужалығына ла йүнәлтеләсәк. Парламенттағы ике сәйәси фирҡә ағзалары ҡаршы тауыш биреүгә ҡарамаҫтан республиканың төп финанс документы тураһында закон проекты икенсе уҡыуҙа раҫланды. Төбәк бюджеты һәр ваҡыттағыса социаль йүнәлешле ҡала. Федераль бюджеттан ярҙам күләме киләһе йылда 10 миллиард 400 миллион һумға артып 53 миллиард ярымға етәсәк. Килем күләме 204,6, сығымдар – 226, 6 миллиард һум. Дефицит 22 миллиард. Киләһе йылда дефицит күләменең бер аҙ кәмеүе көтөлә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың көҙгө сессияһын йомғаҡлау ултырышында 5 тиҫтә тирәһе документ тикшерелде. Республика парламентының киләһе йылға эш планы һәм башҡа мөһим закон проекттары менән бер рәттән депутаттар Башҡортостанда ике яңы дәүләт наградаһы дәрәжәһен раҫланы. Шайморатов ордены менән ғүмеренә хәүеф янаған мәлдә кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа батырлыҡ күрһәткәндәр, ә Григорий Аксаков ордены менән дәүләт, йәмәғәт һәм мәрхәмәтлек эшмәкәрлегендә һөҙөмтәле хеҙмәт күрһәткәндәр бүләкләнәсәк.