Ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә

Тулыраҡ: Ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә

Төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн киләһе аҙнанан ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә. Унынсы ғинуарға тиклем 3 меңдән ашыу хеҙмәткәр тәүлек әйләнәһенә дежурға сығасаҡ. Былтыр, мәҫәлән, республикала раштыуа каникулдары осоронда республикала 22 кеше утта янып һәләк булғайны. Яңы йыл төнөндә республикалағы боҙ майҙансыҡтарына кәм тигәндә 250 мең кешенең килеүе көтөлә. Халыҡ именлеген полицияның 3 мең хеҙмәткәре һаҡлаясаҡ. 31—се декабрҙән 1-се ғинуар төнөндә Башҡортостан юлдарында 600 инспектор эшләйәсәк. Республика хөкүмәтендә лә оператив төркөм эшләйәсәк. Бөтә мәғлүмәт туранан – тура Радий Хәбировҡа еткереләсәк.