Һаҡ булығыҙ, шартлатҡыс

Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ, шартлатҡыс

Фейерверк яңы йыл байрамының төп уйынсығына әйләнә бара. Бәләкәстәр өсөн дә, ололар өсөн дә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре иһә күңелһеҙ статистикаға күҙ һалырға, пиротехника алыр алдынан йөҙ тапҡыр уйланырға саҡыра. Шартлатҡыстар һатып алғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән танышыу төп шарт. Уның кибеттә дөрөҫ һаҡланыуы мөһим. Һатып алыусылар тауарҙың лицензияһына һәм рөхсәт ҡағыҙҙарына ла иғтибар итергә тейеш. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре һатып алыусыларҙы иғтибарлыраҡ булырға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра. Фейерверктарҙы эргә тирәлә ағас булмаған асыҡ урындарҙа, машиналарҙан ҡырғараҡ урынлаштырып осороу кәңәш ителә.