Яңы йылда һауа тороно нисек буласаҡ?

Тулыраҡ: Яңы йылда һауа тороно нисек буласаҡ?

Синоптиктар 2020 йылдың 1 ғинуарынан 8-нә тиклем һауа торошона бәйле мәғлүмәтте иғлан итте. Яңы йыл каникулдарында һалҡындар көтөлмәй. Яңы йылдың беренсе көнө аяҙ, яуым-төшөмһөҙ, һауа температураһы көндөҙ 8, 10 градус, төндә 14, 16 градлус һалҡын булыр тип көтөлә. 1 ғинуарҙа көслө ел фаразлана. 2-5 ғинуарҙа көндөҙ 7, 9, төндә 12, 14 градус һалҡын. Был көндәрҙә үҙгәреүсән һауа торошо, ҡар яуыуы көтөлә. 6 ғинуарҙан һалҡынайта: көндөҙ һауа температураһы 16, 18 градус, төндә 20, 22 градусҡа тиклем төшәсәк.