Яңы йыл байрамы уңайынан Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы тоғро телевизор ҡараусылары өсөн ҙур конкурс иғлан итте. “Яҡшы һәм изге хәбәр” тип аталған конкурсҡа теләгән һәр кем 2019-сы йылда булған изге эштәре, маҡсаттары менән уртаҡлаша ала. Акцияның беренсе ҡатнашыусылары ниндәй шатлыҡлы хәбәрен һөйләне? Конкурста ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә кәрәк? Бәләкәй генә бесәй балаһы тәүҙә үҙ аллы ашай ҙа, эсә лә алманы, шуға ла уға махсус тәрбиә кәрәк ине, тип иҫләй Динис. Йән эйәһенә ни бары ике аҙна булғанда, Әхмәровтар ғаиләһе уны тәрбиәгә ала. Бесәй балаһы яңы хужалары менән тиҙ уртаҡ тел таба.Шуҡ бесәйгә Гашан атамаһын ҡушалар. Ете ай ғына булыуына ҡарамаҫтан, кешеләрҙе бер ҡараштан аңлай, ти уның хужаһы.
Йән эйәһенә айырым өй эшләйҙәр, уйынсыҡтар алалар.Бесәй балаһына матур тормош бүләк итеүҙәренә Динис ҡыуанып бөтә алмай. Гашан һәр ваҡыт эштән ҡаршы ала, ул ысын ғаилә ағзаһына әйләнгән. Һәр бер йән эйәһе кеше иғтибарына, тәрбиәһенә мохтаж. Бәләкәй дуҫтарҙы ла яратырға өндәп, Әхмәровтар ғаиләһе быйыл конкурста ҡатнашырға теләк белдергән.“Яҡшы һәм изге хәбәр”. Беҙҙең телекомпания иғлан иткән конкурс тап ошолай яңғырай. Өйгә бәпәй алып ҡайтыу, яңы машина йә иһә өй алыу, ҡарауылһыҙ ҡалған хайуандарҙы тәрбиәләү, сәйәхәткә сығыу, ғөмүмән, 2019-сы йылда тормошҡа ашҡан маҡсат һәм изге эштәр менән уртаҡлашырға ғына кәрәк. Бының өсөн гтрк.тв сайтындағы “Проекттар” бүлегендәге анкетаны тултырып, фотоһүрәт йәки видеояҙмалар ебәреү мөһим. Акцияның беренсе ҡатнашыусылары Әхмәровтар ғаиләһе телевизор отоуҙарына бар күңеле менән ышана. Ҡағиҙә буйынса, конкурстың еңеүсеһе тауыш ярҙамында билдәләнә. Уның һөҙөмтәләре 25 декабрҙә иғлан ителәсәк.