Өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн пособие

Тулыраҡ: Өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн пособие

2020 йылда Башҡортостан өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләргә пособие түләүгә сығымдарҙы берлектә финанслау өсөн федераль бюджеттан аҡса аласаҡ. Федераль аҡса бүленәсәк төбәктәр исемлегендә 75 субъект бар. Уларҙа тыуымдың дөйөм коэффициенты күрһәткесе 2-нән артмай, халыҡтың тәбиғи һәм миграция кәмеүе күҙәтелә. Владимир Путиндың «Рәсәй Федерацияһының демография сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһындағы» указында ғаиләләргә ай һайын аҡсалата түләү ҡаралған. 2020 йылда түләүҙәрҙе берлектә финанслау өсөн аҡсаның дөйөм күләме 55 миллиард һумдан аша, шул иҫәптән 46 миллиард һумы — федераль бюджеттан, 9 миллиард 500 миллион һумы – төбәк ҡаҙнаһынан.