Яңы йыл байрамдарының яҡынлашыуын түҙемһеҙләнеп көткәндә ҡайһы берәүҙәр өсөн декабрь айы икеләтә тулҡынландырғыс. Илдең төп шыршы байрамына йыйыныусылар тураһында һүҙебеҙ. Йыл һайын Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән иң алдынғы үҫмерҙәр һәм балалар Кремль һарайына йыйыла. Был уңайҙан быйыл Мәскәүгә Башҡортостандан 100-ләгән баланы оҙатасаҡтар.Мәскәүҙең Дәүләт Кремль Һарайында үтәсәк Яңы йыл шыршыһына Башҡортостандан барасаҡ 114 уҡыусы араһында Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһы тәрбиәләнеүсеһе Гөлшат Сөнәғәтуллина ла бар.Гимназия республиканан иң-иңдәрҙе үҙенә йыйған. Унда әле 300-ҙән ашыу ҡыҙ һәм малай белем ала. Гимназистар иңендә икеләтә яуаплылыҡ: өлгәшеү өсөн һүрәттәрҙе оҫта төшөрөү генә етмәй, баҡтиһәң, уҡыуҙа ла һынатмау мөһим.
Ә Кремль шыршыһына эләгеү өсөн хыял да булырға тейеш.Өфөнөң 37-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Карина Недбальская ла һәләтле балалар рәтендә. Шулай ҙа Президент шыршыһына ул спорт ҡаҙаныштары өсөн саҡырылған. Спорттағы тәүге еңеүҙәрен Карина йөҙөүҙә яулай. Бүлмәһендәге кәштәне биҙәгән бихисап кубок, миҙалдар уның тырышлығы һөҙөмтәһе.Байрамға күлдәк һайлау айырым бер мажараға тиң. Әсә менән ҡыҙ уның өсөн ике көн сауҙа үҙәктәренең буйын буйлап, иңен иңләгән.Әлеге ваҡытта төбәктең 114 үҫмере Гөлшат менән Карина кеүек үк оло тулҡынланыу һәм ҡыуаныс кисерә.Волга буйы федераль округынан иң ҙур делегация быйыл Башҡортостандан бара. Исемлектә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, балалар йорттарында һәм интернаттарҙа, социаль йәһәттән яҡланмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, уҡыу алдынғылары, олимпиада, бәйге еңеүселәре һәм герой-балалар саҡырылған. Ниндәй генә социаль статуста булмаһын, шулай ҙа уларҙы һайлап алыуҙың төп шарты – өлгөлө уҡыу, тәртип һәм һәләт.