Өфөлә “Төҙөүсе” стадионы янында тантаналы рәүештә Шорт-трек үҙәге асылды. Был спорт төрө менән мауығыусылар хәҙер яңы, иркен, матур боҙ һарайында шөғөлләнә ала. Киләсәктә халыҡ-ара һәм Рәсәй ярыштарында ҡатнашырға бурыс ҡуйған йәш спортсылар. Үҙәктә тағы ниндәй уңайлыҡтар бар? Аҙнаһына алты көн, ә көнөнә өсөшәр сәғәт...Уҡыусыларҙың буш ваҡыты юҡ тиерлек, мәктәп программаһынан һуң, улар шорт-трек менән шөғөлләнә. Йәш спортсыларҙың күбеһе элек Шаҡша ҡасабаһында урынлашҡан спорт мәктәбенә йөрөгән.
Ә хәҙер иһә уларға йыраҡ барырға кәрәкмәй. “Төҙөүсе” стадионы янында Шорт-трек үҙәгенең асылыуын күптәр көткән. Спорт обьекты республиканың 100 йыллығына федераль һәм төбәк бюджеттары иҫәбенә төҙөлгән. Үҙәкте тантаналы асырға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм башҡа ҡунаҡтар килде.Ҡотлау һүҙҙәренән һуң, мәктәп уҡыусылары боҙҙа бер нисә күнегеү күрһәтте. Тантана концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Шорт-трек үҙәген төҙөү эштәре 2012 йылда уҡ башланып, бер нисә тапҡыр туҡтатылған. Үҙәкте тергеҙеү эштәре бер йыл элек башланған.Ике ҡатлы комплекс ике меңләп тамашасы һыйҙыра. Әле шорт-трек менән бөтәһе 239 уҡыусы шөғөлләнә.
Үҙәктә төрлө йәштәгеләр шөғөлләнә. Иркен һәм таҙа кейенеү бүлмәләре, гардероб-барыһы ла балалар өсөн. Улар ябыҡ һырғалаҡ, хореография, тренажер залдары, массажға йөрөй ала.Сәләмәт-тәндә, сәләмәт рух, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Мәктәп уҡыусылары өсөн бында бөтә уңайлыҡтар бар. спорт менән шөғөлләнең өсөн тәғәйенләнеп эшләнелгән залда заманса, матур, яңы ҡоролмалар урынлаштырылған. Ошо форсаттан файҙаланып, хәҙер беҙ ҙә бер нисә минут булһа ла спорт менән шөғөлләнеп алайыҡ.Республикала балаларҙы спортҡа йәлеп итеү бурысы ҡуйылған. Шорт-трек менән мауығыусылар һаны ла артҡандан-арта, тип билдәләй тренерҙар. Уларҙың күптәре киләсәктә Башҡортостандың данын яҡлаған спортсыларға тиңләшергә теләй. Өҫтәүенә, шорт-трек үҙәге алдағы йылдарҙа Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарын да ҡабул итәсәк.