Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров чиновниктарҙы яңы йыл осоронда байрам итергә түгел,ә эшләргә саҡыра. Етәкселек халыҡ араһында булырға тейеш, тигән фекерҙә Радий Фәрит улы. Бынан тыш, Раштыуа кникулдары осоронда барлыҡ – музей һәм театрҙар айырым график буйынса эшләйәсәк. Башҡортостан киләһе йылға маҡсаттарын билдәләй. Республика алдында торған төп бурыстарҙың береһе – инвестициялар. Шуға ла, “Башҡортостан саҡыра” форумын һәм уның эшмәкәрлек даирәһен тағы ла киңәйтергә кәрәк. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.
Торлаҡ – коммуналь хужалығы, республиканың төрлө тармаҡтарындағы хәл. Уларҙың барыһы ла ентекле иғтибарға мохтаж. Сүп-сар реформаһы ла көнүҙәк. Маҡсат – халыҡтан аҡса йыйыу түгел, көнкүреш ҡалдыҡтарын бер урынға туплау, эшкәртеүҙе яйға һалыу. Тағы ла шуныһы, Башҡортостан ҡулланылған газ менән ваҡытында иҫәпләшергә тейеш. Әгәр ҙә бурыстар бар икән, улар эҙһеҙ генә үтмәй. Радий Хәбиров ошо мәсьәләне көнүҙәк тип иҫәпләй.Башҡортостандың яңы йылға әҙерлеге лә хәҙер бер-нисә ултырыш рәттән ҡаралып килә. Республиканың туғыҙ ҡалаһында, мәҫәлән, тәүге тапҡыр пикселле шыршылар ҡуйылған. Борай, Салауат, Учалы, Күгәрсендәге боҙ майҙансыҡтары әле иң матурҙары. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әле эштең тик яртыһы үтәлгән. Миҙалдың икенсе яғы – мәҙәниәт усаҡтары. Башҡортостан башлығы музейҙар, сәнғәт үҙәктәренең Раштыуа каникулдары осоронда эшенә айырым ҡарарға саҡыра. Кәңәшмәлә ҡаралған төп мәсьәләләрҙең береһе – Башҡортостан юлдары. Тармаҡта үҙгәрештәр юҡ түгел. Уларҙың береһе – ҡулланыуға тапшырылған күперҙәр. Быйыл ошондай өр-яңы 12 ҡоролма уңышлы һынау уҙған.
Тынысланырға иртәрәк, ти Радий Хабиров. Башҡортостан федераль программаларҙа ҡатнашырға, бюджеттың финанс мөмкинлектәрен тейешенсә ҡулланырға тейеш. “Тыуған урам”. Башҡортостанда уҙып барған йылда ошо исем аҫтында яңы проект бойомға ашырыла башланы. Республика, мәҫәлән, ауыл урамдарына таш түшәү өсөн киләһе йыл 540 миллион һум бүләсәк.Башҡортостанда хәҙер яңы уҡыу йорто асыу мөмкинлеге барлана. Республиканың инженерҙар, төҙөүсөләргә ҡытлыҡты иҫәпкә алып Өфө автотранспорт колледжын академия итеп үҙгәртеү мөмкинлеге ҡарала. Башҡортостан юлдарында халыҡ именлеген тәьмин итеү йәһәтенән, хәҙер видеокамералар һаны ла арта. Йыл аҙағына тиклем улар һаны 345 буласаҡ. Камералар ҡуйыу – халыҡ мәнфәғәте. Радий Хәбиров иң беренсе водителдәрҙә уйларға ҡуша. Маҡсат - йыйылған штрафтар суммаһын арттырыу түгел. Водителдәр ҡайҙа һәм ниндәй камера ҡуйылғанын белергә тейеш. Шуныһын да айырым әйтер кәрәк. Уҙып барған йыл Башҡортостандың транспорт системаһы һынылышлы осор булған. Радий Фәрит улы, тармаҡтағы үҙгәрештәрҙе ыңғай тип баһалай.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған кәңәшмәлә ҡаралған йәнә бер мәсьәлә – төҙөлөш өсөн рөхсәт ҡағыҙҙарын электрон вариантта биреү. Был йәһәттән етешһеҙлектәр бар. Мәҫәлән, 8 район һәм ҡалалағы хәлдәр айырым тикшереләсәк. Республиканың төҙөлөш, юл транспорт тармағында ғына түгел, мәҙәни тормошонда ла етди үҙгәрештәр буласаҡ. Биш йыл эсендә Башҡортостанда 40 клуб асырға тейештәр. Бынан тыш, төбәккә 10 автоклуб та ҡайтарыласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостан ауыл мәҙәниәт йорттары, китапханалар һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урында килә. Уларҙың дөйөм һаны 4 мең ярым самаһы. Радий Хәбиров бөгөн тап ауыл ерендә эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам юлдарын билдәләргә ҡушты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров чиновниктарҙы байрам тип хайран ҡалыуҙан баш тартырға саҡыра. Артистар саҡырып, корпоративтар үтеү ваҡыты бөгөн түгел. Башҡортостандың уҙып барған йылдағы һөҙөмтәләре федераль кимәлдә лә билдәләнә. Республика мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ буйынса илдә беренсе урынға сыҡты. Һәм ил кимәлендәге “Рәсәй лидерҙары” конкурсының волга буйы федераль округы өлөшө лә тап Башҡортостанда уҙасаҡ.