Халыҡта иҫерткес эсемлектәрҙе тыйыу һәм байрамда күмәк ял сараларын ойоштороу. Быйылғы һуңғы ултырышында Республика парламенты ҡоро законды раҫланы. Иҫерткес эсемлектәргә сикләү индереп беҙ кешеләрҙең яңы йыл байрамында тәртип боҙоуын иҫкәртәбеҙ. Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов медицина экспертттары һәм статистика мәғлүмәттәрен килтерә. Беренсе ғинуарҙан өсөнә тиклемге арауыҡта республикала алкоголь менән ағыуланып үлем осраҡтары йышая. Иҫерек водителдәр арҡаһында юл-транспорт фажиғәләре арта. Яңы закон эскелекте кәметеп кенә ҡалмай, ә сәләмәт тормош рәүешен таратыу һәм күмәк ял ойоштороу эшен әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән.Башҡортостанда 3 ғинуарҙа иҫерткес эсемлектәрҙе һатыу тыйыла, 4, 5, 6-нда иһә көндөҙгө икенән алып киләһе көн иртәнге сәғәт унға тиклем сикләнә. Йәғни, был өс көндә республика биләмәһендә алкоголде тәүлегенә дүрт сәғәт кенә һатырға мөмкин.
Сәләмәт тормошҡа тәүге аҙымдар
Тулыраҡ: Сәләмәт тормошҡа тәүге аҙымдар