Март айында төҙөлөш башланасаҡ

Тулыраҡ: Март айында төҙөлөш башланасаҡ

Госстрой компанияһы башлаған торлаҡ йорттар төҙөлөшөн тамамлау бурыстарын Мәскәү өлкәһе төҙөүселәре үҙ иңенә ала. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы төҙөлөш сәғәтендә “Садовое кольцо” компанияһының йәнә бер киң күләмле проекты ҡаралды.Төҙөлөш компаниялары төркөмө етәкселеге бар килешеүҙәргә рәсми ҡул ҡуйылғас та, тәү сиратта, ике мең ярым алданған өлөшсө менән осрашырға ниәтләй. Объекттар төҙөлөшөн иһә киләһе йылдың март айында башлап 2021 йыл аҙағына фатирҙарҙы тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу маҡсатын ҡуя. Бынан тыш, компания Белорет районы биләмәһендә ғаилә ялын күҙ уңында тотҡан миҙгел әйләнәһе курортын төҙөү проектын тәҡдим итә. “Мраткино” ял үҙәгендә кәмендә 26 километр оҙонлоғондағы тау саңғыһы трассаһы, тиҙ йөрөшлө күтәргестәр, ҡунаҡхана, ял ойоштороу өсөн башҡа мөһим объекттар төҙөү ҡарала. Федераль кимәлдәге курорт йылына 500 мең сәйәхәтсе ҡабул итеүгә иҫәпләнә.