БДМУ клиникаһында йөрәк ҡапҡаһын өр-яңы ысул ярҙамында алмаштырыу буйынса тәүге операция яһалды. 80 йәшен уҙған Лидия Аркадиевна яңы технология буйынса йөрәк клапаны ҡуйылды. Бындай операция Башҡортостанда ғына түгел, ә Волга буйы федераль округында беренсегә башҡарыла. Пациент үҙен яҡшы тоя.Рәсәйҙә әле ошондай 200 клапан ҡуйылған. Асыҡ хирургияға ҡарағанда, эндоскуляр ысул ярҙамында башҡарылған операцияны 70 йәште уҙған пациенттар еңелерәк кисерә, ти табиптар. Заманса клапан урынлаштырыу йөрәккә тулы ҡеүәттә эшләргә мөмкинлек бирә. Уның менән кеше ғүмер буйы йәшәй ала. Киләсәктә бындай операцияны йылына 15-20 кешегә эшләү планлаштырыла, ти табиптар.Бәләкәй генә клапанды алмаштырыу өсөн хирургтарға быға тиклем күкрәк ситлеген асырға тура килһә, хәҙер операциянан һуң ауырыуҙың янбашында ике-өс см оҙонлоғондағы яра эҙе генә ҡала. Операция барышында йөрәккә бына ошондай клапан ҡуйыла. Ул сусҡа йөрәге көбөнән һәм нитинол металынан яһалған. Бындай операция бер-нисә сәғәт дауам итә.... барыһы ла яҡшы булғанда пациент бер-нисә көндән йортона ҡайтарыла.
Заманса операция
Тулыраҡ: Заманса операция