Пассажир микроавтобусы ҡатнашлығында сираттағы авария

Тулыраҡ: Пассажир микроавтобусы ҡатнашлығында сираттағы авария

Бөгөн Өфөлә Октябрь проспектында дәүләт циркы туҡталышында пассажирҙар йөрөтөүсе Мерседес микроавтобусы аварияға осраны.Ул Чери Амулет автомобиле менән бәрелешкән. Һәләк булыусылар юҡ. Социаль селтәрҙәрҙә иһә микроавтобус пассажирҙары йәрәхәтләнеүе, авария урынына бер-нисә тиҙ ярҙам машинаһы килеүе тураһында хәбәр ителә. Бәрелешкәндән һуң Мерседес фонарь бағанаһына төкөлә, ә еңел автомобиль әйләнеп ултырған.