Республика юғары суды янында тағы ла бер авария

Тулыраҡ: Республика юғары суды янында тағы ла бер авария

Бында ике водитель бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса бер водитель икенсеһенә юл бирмәгән. Көслө бәрелеүҙән һуң бер машина юғары суд тупһаһына уҡ барып менгән. Бер йыл самаһы элек тап ошо урындағы юл-транспрот фажиғәһенән һуң Тойота машинаһы юғары суд тупһаһына килеп менгәйне.