Интернет селтәрҙәрендәге мәғлүмәткә ярашлы, фажиғә 5 октябрь башҡаланың 29-сы мәктәбе янында була. Бәлиғ булмаған балаға билдәһеҙ ир-егет бысаҡ менән ташлана. Бәхеткә күрә, яҡында эте менән йөрөгән ир ҡыҙҙы ҡотҡарып ҡала һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Яраланған үҫмерҙе тиҙ ярҙам машинаһы дауаханаға алып китә. Шаһиттар һүҙҙәренән енәйәтсенең яҡынса фотоһүрәтен төҙөгәндәр. Уға 35-40 йәштәр тирәһе, буйы 190 сантиметр, һары сәсле, маңлайында яра эҙе бар. Уң аяғына сатаннай. Джинсы салбар, һоро кофта, аҡ бирсәткә кейгән. Үҙе менән бысаҡ бар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары был енәйәтсе тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булыусыларға һәм фажиғә шаһиттарын полицияға хәбәр итергә саҡыра. 5 октябрь көнө киске сәғәт һигеҙҙә ҡыҙ туғандарына юллана. Ошо мәктәп ихатаһынан үтеп барғанда тимер ҡорама артынан енәйәтсе килеп сығып уға һөжүм итә. Ҡыҙҙы аяныслы хәлдән яҡында эте менән йөрөгән ир ҡотҡарып ҡала һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Яраланған үҫмерҙе тиҙ ярҙам машинаһы дауаханаға алып китә. Енәйәтсене эҙләүгә йәмәғәтселек тә ҡушыла. Такси хеҙмәткәрҙәре төнө буйы яҡын тирәне ентекләп ҡарап сыға, әммә эҙенә төшә алмайҙар. Үҫмер ҡыҙ фажиғәғә тарығанын яҡындарына телефон аша хәбәр итәләр.Ысынлап та, фажиғә урынында кешеләр килеп сыҡмаһа, ҡыҙ менән ниндәй хәл булып бөтөрөн күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Енәйәтсене ҡулға тотҡансы, полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы хәүефле урындарҙа йөрөмәҫкә, һаҡ һәм уяу булырға саҡыра.
Өфөлә ҡыҙ балаға һөжүм итеүсе енәйәтсене эҙләү дауам итә
Тулыраҡ: Өфөлә ҡыҙ балаға һөжүм итеүсе енәйәтсене эҙләү дауам итә