Эшлекле осрашыу

Тулыраҡ: Эшлекле осрашыу

Башҡортостан властары менән “Башнефть” предприятиеһы араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре яңы форматта ҡараласаҡ. Республика йортонда Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторолған даими эшләүсе комиссияның тәүге ултырышы уҙҙы. Төбәк башлығы билдәләүенсә, был төркөм эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыу һәм мөһим мәсьәләләр буйынса оператив ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн кәрәк. Төбәк иҡтисады ”Башнефть” компанияһы эшмәкәрлегенә бәйле. Өҫтәүенә, республика компанияның иң ҙур акционерҙарының береһе.