Башҡортостанда Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге төҙөләсәк

Тулыраҡ: Башҡортостанда Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге төҙөләсәк

Был турала республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә хәбәр ителде. Унда 2024 йылға тиклем министрҙар кабинетының эш программаһы менән таныштырҙылар. Документ республика конституцияһы һәм хөкүмәт тураһындағы төбәк ҡануниәтенә ярашлы, ил президентының май указын һәм Башҡортостан башлығының сентябрь указын иҫәпкә алып төҙөлдө, тине Андрей Назаров. Уның эсенә 22 проект инициативаһы ингән. Уларға ярашлы, 2024 йылға тиклем республикала 12 поликлиника, 200-ҙән ашыу фельдшер-акушер пункты, Бөрө менән Ишембайҙа акушер-гинекология корпустары, 60 мәктәп һәм 50 балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Торлаҡ менән тәьмин ителеү кимәле лә үҫәсәк. 3 мең күп фатирлы йорт, 20 мең подъезд ремонтланырға тейеш. Республикаға инвестициялар ҙа күберәк йәлеп итеү күҙаллана. Биш йүнәлеште үҙ эсенә алған өҫтөнлөклө проекттарҙың паспорттары 1 мартҡа тиклем раҫланасаҡ.